Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө 25.02.2015

Ул 2002 йылдан алып билдәләнә.  

Флаг төҫтәренең мәғәнәһе дәүләт символикаһы тураһындағы законда асыла: йәшел төҫ - азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген; аҡ төҫ - республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, асыҡлығын, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; зәңгәр төҫ - уларҙың уй-ниәттәренең сафлығын белдерә. Шул уҡ ваҡытта йәшел төҫ ислам төҫө лә булып һанала. Флагтың аҡ төҫөнөң уртаһында  ете таждан торған стилләштерелгән ҡурай сәскәһен үҙ эсенә алған түңәрәк төшөрөлгән. Ҡурай сәскәһе - дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы, риүәйәт буйынса, Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку