Бөгөн Башҡортостанға Луганск халыҡ республикаһынан бер төркөм балалар ял итергә килде

Бөгөн  Башҡортостанға Луганск халыҡ республикаһынан бер төркөм  балалар ял итергә килде 10.08.2015

Тимер юл вокзалынан улар «Черемушки»  һауыҡтырыу лагерына  юлланды.  Программа буйынса  уларға психологик яҡтан ярҙам күрһәтеү, төрлө күңел асыу саралары  ҡаралған. Украина балалары Башҡортостандың билдәле шәхестәре менән осрашасаҡ, баш ҡала буйлап сәйәхәт ойошторола.

Атап әйткәндә проекттарҙан  «Профориентация», «Шаяндар һәм отҡорҙар клубы» уйындары уҙғарыла. Ял итеү һуңында украина  балалары һәм үҫмерҙәре  ун һигеҙ көндә нимәгә өйрәнгәнен күрһәтәсәк. Уларҙың иң кесеһенә ете,  олоһона ун алты йәш. Балалар Украиналағы ваҡиғаларҙан бер аҙға  арынып, сәләмәтлеген нығытып ҡайтыр тип көтөлә. Проектты социаль страховкалау фонды финанслай.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку