Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында шартлау һөҙөмтәһендә шартлы янғын сыҡты

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында шартлау һөҙөмтәһендә шартлы янғын сыҡты 26.06.2015

Ғәҙәттән тыш хәлде кисектереүҙә йөҙгә яҡын ҡотҡарыусы ҡатнашты. ШОСһәм БРИКС саммиттары алдынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре өсөн күнекмәләр башланды.

Ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр килеүгә, урамда сирена тауыштары ишетелә башланы. Ҡотҡарыусылар бер нисә төркөмгә бүленеп бинаға инә. Эстә туҡһандан ашыу кеше. Уларҙың күбеһе эвакуацияланып өлгөрһәлә, ут эсендә ҡалыусылар ҙа бар.
Шартлы зыян күреүселәрҙе янғындан сығарғас, ҡотҡарыусылар бинаның ҡалған өлөшөн тикшерә. Был театрҙың ҡыйыҡ аҫты. Ул ағастан эшләнгән, шуға  хәүеф тә юғары.
Оператив төркөм урамда ла эшләй. Махсус техника ярҙамында ҡотҡарыусы өҫкө ҡатта ҡалған зыян күреүселәрҙе эвакуациялай.
Ошо юл менән ут ялмап алған бүлмәләрҙән кешеләр  ҡотҡарыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тәҙрә аша оҫтәмә шлангтар һуҙа.
Рузил Нургәрәев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса идаралығының Өфө районы бүлек етәксеһе: «Саммит ваҡытында беҙгә ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Шуға ошондай күнекмәләрҙе үткәреү ныҡ мөһим. Хәүеф сараларын, ҡағиҙәләрен һаҡлап, хәүефһеҙлекте тәьмин итергә кәрәк».
Театр бинаһы махсус техника менән уратып алынды. Күнекмәләргә полиция , тиҙ ярҙам хеҙмәте  йәлеп ителде.
Рәсим Абдуллин, янғынға ҡаршы көрәш  федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 22-се отряды етәксеһе: «Һигеҙ янғын һүндереү часенән подразделение йыйҙыҡ. 50-ләп частәр ҡатнаштылар. Моделирование яһаныҡ, имеш, шундай хәл булды тип. Шуны әйткем килә, һәр бүлек үҙенең эшен яҡшы башҡарҙы».
Оператив төркөм 40 минут эсендә зыян күреүселәрҙе тулыһынса эвакуациялап, шартлы янғынды һүндерергә тейеш ине. Ҡотҡарыусыла был бурысты ваҡытында үтәне. Шулай ҙа ил өсөн мөһим ваҡиға - самиттар барышында бындай хәлдәр бөтөнләй теркәлмәһен тип теләргә генә ҡала.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика