Бөгөн башҡорт әҙәбиәте генералын һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн башҡорт әҙәбиәте генералын һуңғы юлға оҙаттылар 15.12.2015

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҙыусы Азат Мағазовты ҡәләмдәш дуҫтары тап шулай тип атай ине.  

Һуңғы яугир яҙыусыларҙың береһе менән хушлашыу Башҡортостан Яҙыусылар союзында үтте. Әҙип менән бәхилләшергә туғандары, яҡташтары, ҡәләмдәштәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре йыйылды.

Миәкә районы Баязит ауылында тыуып үҫкән Азат Мағазов әҙәбиәткә һикәлтәле, урау юлдар аша килеп инә. Уның тәүге ижад емеше – «Егет» тип исемәнгән шиғри шәлкеме, бынан теүәл 70 йыл элек, 1945 йылдың 17 декабрендә ,,Ҡыҙыл Башҡортостан" гәзитендә донъя күрә. Әммә яҙыусыны әҙәби мөхиткә илткән юл урау һәм ҡатмарлы була. Бөйөк Ватан һуғышын үткән яҡташыбыҙ, артабан үҙен хәрби тормошҡа бағышлай. Ләкин авиация штурманы бер ваҡытта ла ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй. Башҡорт әҙәбиәтендә ул «Шоңҡар юлы» повесы менән таныла. Осоусо-хәрбиҙәргә арналған тәүге күләмле әҫәрен ул Германияла хеҙмәт иткәндә яҙа һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлегенә хат аша оҙата. Повесть «Ағиҙел» журналында донъя күрә. Шуға ла отставкаға сығып Өфөгә ҡайтҡан полковникты башҡорт әҙәбиәте мөхите шунда уҡ үҙ кеше итеп ҡабул итә.

Әҙәбиәткә һуң ғына килеүенә ҡарамаҫтан, Азат Мағазовтың осоусо, хәрбиҙәр тураһында ижад ителгән тиҫтәнән ашыу китабы донъя күрә, бер-нисә әҫәре урыҫ теленә тәржемә ителә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны республиканың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Отставкаға полковник булып сыҡҡан яҙыусыны ҡәләмдәштәре әҙәбиәт генералы тип йөрөттө. Бар булмышы, йәшәү рәүеше, ижады һәм эске донъяһы менән әҙип ошо исемгә лайыҡлы булып йәшәне. Яҙыусы Азат Мағазов Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде. Әйткәндәй, 17 декабрҙә уға 89 йәш тулған булыр ине. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку