Бөгөн баш ҡалала йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Донъя кубогы старт алды.  22.08.2014

Тәүге осрашыуҙа Швецияның «Мальме» һәм Латвияның «Рига» хоккейсылары осрашты.

Уйындың яҙмышы буллиттарҙа хәл ителде. Латыштар индергән 4 шайбаға шведтар өс гол менән генә яуап ҡайтара алды. Шулай уҡ бөгөн Чехия егеттәре Финляндия вәкилдәрен 3:1 иҫәбенә отто. Ә инде Америка клубы Австрия йәштәрен 7:2 иҫәбе менән еңде. Ярышты рәсми асыу тантанаһы «Өфө-Арена» боҙ һарайында үтте. Уның һуңынан «Толпар» хоккейсылары Белоруссияның «Динамо-Шинник» командаһы менән осрашты. Донъя кубогындағы киске һәм ҡайһы бер көндөҙгө уйындарҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин. 

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика