Бөгөн баш ҡалала «Уңайлы мөхит» республика конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр

Бөгөн баш ҡалала «Уңайлы мөхит» республика конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр 12.12.2014

Башҡортостанда тормошҡа ашырылған ошо уҡ исемле программа инвалидтар һәм физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар булдырыуҙы күҙ уңында тота.

«Уңайлы мөхит» республика конкурсында  16 ҡала һәм 17 район ҡатнашырға теләк белдергән. Белем биреү усаҡтары,  социаль- мәҙәни учреждениеларҙан барлығы 87 ғариза ҡабул ителгән.  Еңеүселәр ун номинация буйынса билдәләнде. Уларҙы конкурс комиссияһы эшендә ҡатнашыусы физик мөмкинлектәре сикләнгән билдәле спортсылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре  асыҡланы. Әхмәтзәки Вәлиди имендәге республика китапханаһы инвалидтар өсөн иң уңайлы йыһазландырылған ойошма тип танылды. Бәйгелә ҡатнашыусы 26 мәғариф учреждениеһы араһынан Архангел районы үҙәгенең 2-се мәктәбе иң уңайлыһы тип билдәләнде. Конкурста шулай уҡ Ғафури, Саҡмағош, Баймаҡ райондары учреждениелары ла ыңғай баһа алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика