Бөгөн баш ҡалала официанттар өсөн һөнәри курстар башланды

Бөгөн баш ҡалала официанттар өсөн һөнәри курстар башланды 26.01.2015

Тәү сиратта дәрестәр һөнәр вәкилдәрен Өфөлә үтәсәк саммиттарға әҙерлек өсөн ойошторолған. Егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡунаҡ илдәрҙең мәҙәниәтен, аш-һыу үҙенсәлектәрен өйрәнә. Курс 144 сәғәткә иҫәпләнгән.  Был тәҡдимде Башҡортостандың сауҙа буйынса дәүләт комитеты күтәреп сыҡҡан.

Баш ҡалала Шос һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек дауам итә. Сират делегацияларҙы хеҙмәтләндерәсәк официанттарға ла килеп етте. Бөгөн Өфө ресторандарында эшләгән егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн махсус курстарҙың тәүге көнө. Дәрес буласаҡ саммиттарҙа ҡатнашыусы илдәр менән танышыуҙан башлана. Программала шулай уҡ инглиз теле, этикет, аралашыу мәҙәниәте дәрестәре.
Дарья Приходченко, курстарҙа шөғөлләнеүсе: «Курстарға эләгеүе анһат ҡына булманы. Бында рестораныбыҙҙың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен генә ебәрҙеләр. Теоретик һәм практик дәрестәр ярҙамында оҫталығыбыҙҙы тағы ла арттырыбыҙ тип ышанам».
Курстарҙы Башҡортостандың сауҙа буйынса дәүләт комитеты ойошторған. Дәрестәрҙә һәр ресторан йә кафе хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала, хаҡтар ҙа тешләшмәй. Уҡыуҙың теоретик һәм практик өлөштәренән һуң аттестация үтеү ҡаралған. Курстар апрелгә тиклем дауам итә.
Рөстәм Камалетдинов, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау дәүләт комитеты рәйесе: «Билдәле булыуынса официант булып ғәҙәттә студенттар эшләй. Шулай уҡ улар профессияла оҙаҡҡа ҡалмай. Быны иҫәпкә алып өҫтәмә рәүештә Өфө ресторандары хеҙмәткәрҙәре өсөн курстар асыу ҡарары ҡабул ителде. Был ойошмалар өсөн дә, буласаҡ сәйәси саралар уңайынан Республика имиджы өсөн дә файҙалы буласаҡ».
Баш ҡала ресторандары ла саммит ҡунаҡтарын ҡабул итергә әҙерлектәре тураһында белдерә. Ашнаҡсылар уларҙы башҡорт һәм рус милли аҙыҡтары менән һыйламаҡсы. Һәр ашамлыҡ матур биҙәлеп тәҡдим ителә.
Сергей Трегунский, ашнаҡсы: «Саммит өсөн башҡорт милли аш-һыуҙарынан торған меню әҙерләйәсәкбеҙ. Унда мотлаҡ ат, һыйыр, һарыҡ итенән әҙерләнгән ашамлыҡтар буласаҡ. Ҡайһы берәүҙәрен заманса үҙгәртеп тә ебәрәсәкбеҙ».
Шос һәм БРИКС илдәре саммиттарына ярты йыл самаһы ваҡыт ҡала. Быға бәйле Өфө лә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Сараларға әҙерлек бөтә фронттарҙа ла ентекле бара. Сөнки донъя кимәлендәге сараны ҡабул итеү яуаплылыҡ.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку