Бөгөн баш ҡалала меңгә яҡын беренсе синыф уҡыусыһы «Йәйәүлеләргә бағышлау» профилактик акцияһында ҡатнашып, Рус драма театрында «Юл сатында детектив» спектаклен ҡараны 16.09.2015

Тамаша юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хаҡында ине. Кескәйҙәргә ҡағиҙәләр ябай телдә аңлатылды, шул уҡ ваҡытта әҫәр күренештәре аша малай-ҡыҙҙар үҙҙәренә фәһем дә ала.

Әйткәндәй, акция республикала тәүгә ойошторолмай. Ғәҙәттәгесә 1-се синыф уҡыусылары юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән төрлө уйындар, конкурс, викториналар аша танышты. Бигерәк тә малайҙар араһында руль менән идара итеп ҡарарға теләүселәр күп булды. Сара аҙағында кескәйҙәргә фликерҙар таратылды. Эңер төшкәс, ҡараңғыла йөрөгәндә кейемгә йәбештерелгән махсус ялтырауыҡтар машина аҫтында ҡалыу осраҡтарын ҡырҡа кәметәсәк,- ти юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика