Бөгөн баш ҡалала иҫкәртеү системаһы тикшерелде 11.12.2014

Сәғәт ун беренсе ун биш минуттан алып ун бергә тиклем электр сиреналары, телерадиокомпаниялар һәм башҡа хәбәр итеү ҡоролмалары ғәҙәттән тыш хәл режимында эшләне. Был сараның үтеүе тураһында халыҡҡа күп тапҡырҙар хәбәр ителде. «Иғтибар!» сигналының ни бары күнекмәләр генә булыуы һәм ғауғаға бирелмәүҙәре һоралды.  Ләкин Өфөлөләрҙең күптәре был турала мәғлүм булмауы асыҡланды.

Иҫкәртеү системаһы баш ҡаланың ҡотҡарыу хеҙмәтенән идара ителә. Теүәл ун беренсе ун биш минут тигәндә диспетчерҙар электросиреналарҙы тоҡандырҙы. Һуңынан барыһы ла ҡалыпҡа һалынған тәртип буйынса дауам итә. Хәүеф сигналдары урамдағы тауыш көсәйтеү ҡоролмаларына, мәғлүмәт таҡталарына һәм башҡа электрон таблоларға ебәрелә. Халыҡ был ваҡытта телевизор һәм радиоларҙан тейешле мәғлүмәт ишетә ала.
Ләкин халыҡ сирена яңғыраған мәлдә ни эшләргә кәрәклеген белмәй, күрәһең. Күптәр күнегелгән һандарҙы йыйыуҙы хуп күрә. Ҡалала электр сиреналары эшләгән мәлдә хәүефләнеп 112 хеҙмәтенә шылтыратыусылар күп булды.
Денис Князев, мәғлүмәт-диспетчер үҙәге етәксеһе: «Иҫкәртеү системаһы тикшереләсәге тураһында алдан уҡ барлыҡ телевидение һәм радиоларҙа хәбәр иттек. Әммә был турала ишетмәгән кешеләр ҙә бар. Хәүефләнеп 112 һандарына шылтыраталар. Беҙгә шылтыратыу дөрөҫтөр ҙә... Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ла паникаға бирелгәнсе ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итеп уларҙың ҡушыуы буйынса эш итеү хәйерлерәк».
Әммә, ғәҙәттән тыш хәл мәлендә 112 хеҙмәтенә эләгеп булмаясағы билдәле. Сират көткән арала ҡәҙерле минуттар үтәсәк. Шуға күрә бындай мәлдә  ни эшләргә кәрәклеген алдан уҡ белеү яҡшыраҡ. Әгәр сиреналар тауышын ишетһәң әле. Бөгөн дә хәүеф сигналдарын иштеүселәр бик һирәк булғанлығы асыҡланды.
Хәйер, был күнекмәләр ҙә иҫәкәртеү системаһын камиллаштырыу маҡсатында ойошторола. Уның һөҙөмтәләре буйынса өҫтәмә электр сиреналары ҡуйыласаҡ урындар билдәләнә.
Күнекмәләр сигналдар барып етмәгән урындарҙы асыҡлау өсөн уҙғарыла ла инде. Әле уларҙың һаны 104. Бөгөн күнекмәләр ваҡытында халыҡ кеҫә телефонына смс-хәбәрҙәр алырға тейеш ине. Әммә , киң ҡулланылған федераль кимәлдәге операторҙар менән килешеү төҙөү ҡатмарлыраҡ. Был иҫкәрмәләрҙе республикала теркәлгән элемтә менән файҙаланыусылар ғына алды. Бер һүҙ менән әйткәндә, иҫкәртеү системаһын камиллаштырыу буйынса эшләйһе эштәр байтаҡ әле.
Бөгөн иҫкәртеү системаларын тикшереүгә хоҡуҡ һаҡлау органдары да ҡушылды. Сиреналар эшләгән ваҡытта полиция автомобилдәренән дә аңлатыу алып барылды.  Киләсәктә шулай уҡ транспорт туҡталыштарындағы тауыш көсәйтеү ҡоролмаларын һәм домофондарҙы ла бер системаға индерергә иҫәп тотола.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика