Бөгөн баш ҡала водителдәре юл-патруль инспекторҙарынан штраф урынына һүрәттәр алды 08.08.2014

Рәсемдәрҙе Бөрө ҡалаһы янындағы «Урман әкиәте» лагерында ял итеүсе балалар төшөргән. Ижад емештәрен балалар юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә арналған.

«Йәйәүленән рәхмәт» исемле акцияны республиканың ЮХХДИ-һы ойошторған. Унда балалар юлдағы тәртипһеҙлектәргә ҡарата үҙ ҡарашын белдергән. Конкурс еңеүселәренең эштәре инспекторҙар ярҙамында водителдәргә таратылды. Ошо рәүешле улар  ҡағиҙәләргә һәм юл йөрөүселәргә иғтибарлыраҡ булырға саҡыра.
Дамир Зыяҡаев, ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәткәре: «Әле каникулдар дауам итә һәм йәйәүлеләр араһында балалар бигерәк күп. Водителдәр иғтибарлыраҡ һәм башҡа юл йөрөүселәргә ихтирамлыраҡ булһын ине. Балаларҙың үҙ ҡулдары менән төшөрөлгән рәсемдәр водителдәрҙе әҙ генә булһа ла уйландырыр тигән өмөттәбеҙ».
Юлдағы балалар ҡатнашлығындағы авариялар статистикаһы аяуһыҙ. Йыл башынан алып 223 фажиғәлә 9 баланың ғүмере өҙөлгән һәм 200-ҙән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алған. Юл транспорт фажиғәләренең яртыһы тиерлек Өфөлә теркәлгән. Был акцияны инспекторҙар тотош республика буйынса ойошторорға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика