Бөгөн баш ҡала урамдары буйлап «Еңеүселәр маршы» үтте

Бөгөн баш ҡала урамдары буйлап «Еңеүселәр  маршы» үтте 09.05.2015

Хәрби-патриотик клуб ағзалары,  ретро техника  йәлеп ителгән маршта ҡатнашыусылар Якутов паркындағы мемориалға тиклем барып, тантаналы митингта ҡатнашты.

Ленин урамы буйлап «Еңеүселәр маршы» бара. Тәүге рәттә һалдаттар атлай. Улар артынан  Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәм унан һуң сыҡҡан автомобилдәр,  хәрби  машиналар,  мотоциклдар килә. Республиканың хәрби-патриотик клубтары ағзалары  Совет һалдаты кейемендә,  улар Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ҡоралдар менән ҡоралланған. Бөтәһе лә шанлы йылдарҙы хәтерләтә.    
Парад Якутов паркына тиклем барып  етеп   мемориал янында  туҡталды. Бында  һуғыш утын үткән йөк  машиналарынан алып люкс класлыларға  тиклем  бар.   М-72 мотоциклы, «Победа» маркалы автомобиль, һуғыштан һуң сыҡҡан  ГАЗ-69  һәм башҡалар- бөтәһе лә ялтырап тора, һәр береһе ҡәҙерле  тарихи ҡомартҡы.  Араларында  иң боронғоһо  ГАЗ-АА. Ябай ҙа, ныҡ  та, юлһыҙ ерҙәрҙән  еңел үтеүсән хәрби машина әле лә  төҙөк.
Көн һыуытып  ямғырлы тороуға ҡарамаҫтан, кәйефтәр күтәренке.  Йәштәр ветерандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә  сәскә гөлләмәләре бүләк итә. Ә өлкәндәр   Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындары хаҡындағы иҫтәлектәр менән бүлешә, хеҙмәттә үткән  бала сағын, йәшлек  йылдарын  хәтерләй.  
Тарихи реконструкция, матур концерт,  ялан кухняһы һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү - иң ҙур байрам саралары  күңелдәге еңеү тойғоһон тағы ла көсәйтте.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку