Бөгөн баш ҡала эргәһендәге «Черемушки» балалар лагеры базаһында «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» йәш инспекторҙар хәрәкәте отрядтарының республика конкурсы асылды

Бөгөн баш ҡала эргәһендәге «Черемушки» балалар лагеры базаһында «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» йәш инспекторҙар хәрәкәте отрядтарының республика конкурсы асылды 22.05.2017

Ярышҡа район-ҡалаларҙан 63 команда килде. Район һәм ҡала конкурстарында еңеү яулаған йәш инспекторҙар  республика кимәлендәге ярышта көс һынаша. Конкурс Башҡортостан мәғариф министрлығы менән Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының берлектәге профилактик сараһы.

Роман Деев, республика буйынса эске эштәр министры: «Бөгөнгө сара юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе пропагандалау булып тора. Ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем. Конкурс яҡшы һөҙөмтәләр килтерһен».
Ике көнгә иҫәпләнгән конкурста балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙә белемдәрен иҫбатлап, ваҡиға урынында беренсе медицина ярҙамын күрһәтә белеүҙәрен, велосипедта йөрөү оҫталығын һәм махсус автоҡала биләмәһендә ҡаршылыҡтар аша үтә белеүҙәрен күрһәтергә тейеш. Әбйәлил районынан килгән уҡыусылыр хоҡуҡ, юл хәрәкәтен боҙмау  ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән уҡ өйрәнергә кәрәк тигән ҡарашта.  
«Хәүефһеҙ тәгәрмәс» республика конкурсында быйыл 63 - команда, барлығы 500-гә яҡын бала ҡатнаша. Баш ҡалала был конкурс 44-се тапҡыр үтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә,  ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Балаларҙың әүҙемлеге, юл ҡағиҙәләрен белеүгә ынтылышы маҡтауға лайыҡ.
Динар Ғилметдинов, ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: «Бындай профилактик саралар үткәреү оло әһәмиәткә эйә. Тап ошондай саралар балалар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләрен кәметергә булышлыҡ итә».
Сараның тәүге көнөндә үҫмерҙәр теоретик белемдәрен, велосипедта йөрөү оҫталыҡтарын күрһәтте. Ә артабан уларҙы тағы ла ҡыҙығыраҡ һәм мауыҡтырғыс һынауҙар көтә. Әбйәлил егете Венер Ильясов велосипедта төрлө ҡаршылыҡтарҙы оҫта үтеп  тиҙлек буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәште.
Конкурсты йомғаҡлау  тантанаһында малай-ҡыҙҙар ҡиммәтле бүләктәр, яңы велосипедттар алып ҡыуанасаҡ. Ә инде еңеүселәр Ульяновск ҡалаһында 1 июндән 8 июнгә тиклем үтәсәк Бөтә Рәсәй «Йәш инспекторҙар» слетында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика