Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн 22.06.2015

1996 йылдан 22 июнь Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә. Тап ошо көндөң таңында фашистар армияһы  тыныс илебеҙгә хыянатсыл баҫып инә.

Һуғышта  СССР-ҙың 28 миллион кешеһе һәләк була. Был һан эсендә яу ҡырында башын һалған совет һалдаттарынан тыш, һуғыш һөҙөмтәһендә ауыр тормош шарттарында ҡалып, аслыҡтан, яланғаслыҡтан һәм шулай уҡ немец ҡулынан вафат булған үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙ, оло йәштәгеләр, бер гонахһыҙ яңы тыуған сабыйҙар бар. Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан бөгөн башҡаланың Ленин паркында һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу тантанаһы үтте.  «Хәтер шәме» акцияһында  Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов, ветерандар һәм Өфө халҡы ҡатнашты. Бынан тыш, тантанаға йыйылыусылар Александр Матросовтың һәйкәленә сәскәләр  ҙә һалды.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарға арнап  ойошторолған «Хәтер шәме» акцияһы илдең барлыҡ төбәктәрендә лә таңғы сәғәт дүрттә башланды. Өфөлә ул Еңеү паркында үтте. Акцияла теләгән һәр кем яуҙа башын һалған, һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтарҙан вафат булған тиҫтәләрсә миллион ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алыу акцияһына ҡушыла алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика