Бөгөн бөтә Рәсәйҙә Еңеүҙең 70 йыллығына арнап ағас ултыртыу акцияһы үтте

Бөгөн бөтә Рәсәйҙә Еңеүҙең 70 йыллығына арнап ағас ултыртыу акцияһы үтте 16.05.2015

Өфөлә акция сиктәрендә ҡаланың урмансылар паркында ылыҫлы ағастар ултыртылды.

Быйылғы акциянан Өфө лимонарийы лә ситтә ҡалманы. Ойошма хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре үҫтергән сәскәләр алып килгән. Күп тә үтмәне, паркта сағыу клумбалар барлыҡҡа килде. Акцияла тәүгә ҡатнашыусы Лилиә Байназарова  был матурлыҡ ял итеүселәрҙең күңеленә хуш килер, тип ышана.
Лимонарий хеҙмәткәрҙәре паркты биҙәү өсөн  бәрхәт үләне һәм тагетис сәскәһен һайлаған. Был үҫентеләр яҙҙан алып көҙгә тиклем сәскә ата, ҡоролоҡҡа лабирешеп бармай.  
Ғөмүмән, урмансылар паркында бөгөн  гөрләп торҙо. Коммуналь хеҙмәттәр урманды ҡороған ағастарҙан, сүп-сарҙан таҙартты. Уларға республика хөкүмәте вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ярҙам итте. Ағас ултыртыуҙа республика  башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Акцияға килеүселәр сараның тәбиғәтте һаҡлау һәм ял итеү урындарын тәртипкә килтереү өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне.
Бер нисә йыл элек ташландыҡ хәлдә булған урмансылар паркы бөгөн ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны. Бында балалар һәм спорт һөйөүселәр өсөн майҙансыҡтар булдырылған, ял итеү зонаһы ойошторолған. Ҡала сиктәрендәге йәшеллек утрауының торошо хәҙер күбеһенсә бында ял итеүселәрҙән тора.
Өфөнөң урмансылар паркы үҙгәреүен дауам итә. Һәм бөгөнгө акция быға ҙур өлөш индерҙе. Уның сиктәрендә бында 200-ләп ағас ултыртылды, сүп-сар һәм ҡороған ботаҡтар йыйылды. Йәшеллек акцияһына килеүселәр, уларҙың ҡатнашлығында урынлаштырылған таҙалыҡ һәм матурлыҡ ял итеүселәрҙе тәбиғәтте бысратыуҙан туҡтатыр тип ышана.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика