Бөгөн бөтә донъя мосолмандары Ҡорбан ғәйетен билдәләй

Бөгөн бөтә донъя мосолмандары  Ҡорбан ғәйетен билдәләй 04.10.2014

Ошо уңайҙан  Башҡортостан Президенты республика мосолмандарын изге   байрам менән тәбрикләне.

«Ҡорбан ғәйете исламдың юғары әхлаки ҡиммәттәрен үҙ эсенә ала. Ошо көндәрҙә дин тотҡан һәр кем яҡындарына ихлас хөрмәтен белдерә, мохтаждарға мәрхәмәтлек күрһәтә. Бөгөн илебеҙҙә яңынан-яңы мәсеттәр ҡалҡып сыға, ислам ғилеме биреү системаһы үҫешә. Мосолмандар хәйриә , йәштәрҙе рухи тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша, төрлө милләт һәм дин тотоусылар араһында дуҫлыҡты нығыта. Башҡортостанда Ҡорбан байрамы һәр ваҡыт киң үткәрелә. Йыл һайын хаж ҡылына, мәсеттәрҙә тыуған төйәгебеҙ именлеге хаҡына намаҙҙар уҡыла. Барығыҙға ла, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем. Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!» - тиелә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Ҡорбан байрамы айҡанлы ҡотлауында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку