Бөгөн һауа шарттары боҙолоу сәбәпле, ҡотҡарыусылар автоһәүәҫкәрҙәрҙе юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра

Бөгөн һауа шарттары боҙолоу сәбәпле, ҡотҡарыусылар автоһәүәҫкәрҙәрҙе юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра 20.01.2015

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көслө ҡар яуыу, һепертмә буран сығыуы һөҙөмтәһендә юл насар күренәсәк.

Быға бәйле, транспорт саралары хәрәкәтендә ҡыйынлыҡтар, тығындар барлыҡҡа килеүе, авариялар артыуы ихтимал. Айырыуса  М-5, М-7, Р-240 трассаларында уяу булырға кәңәш ителә. Шул уҡ ваҡытта иртәгәнән һауа температураһы түбәнәйә. Синоптиктар Өфөлә  иртәнсәк 17, кис 14 градус һыуыҡ булыр тип күҙаллай. Аҙна аҙағына көндөң 30 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика