Бөгөн - архивтар көнө 10.03.2015

Был дата  Рәсәйҙә 2003 йылдан билдәләнһә лә, уның тарихы  быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Рәсәйҙә архив хеҙмәтенә иң тәүгеләрҙән  Петр беренсе нигеҙ һала. 1720 йылдың 28 февралендә император тәүге дәүләт актына ҡул ҡуя. Был устав илдәге дәүләт идаралыҡтары органдарында  архивтар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Документ нигеҙендә  архив эштәре менән идаралыҡ итеүсе тәүге орган булдырыла. Хәҙер архив һаҡлаусы бүлек һәр ойошмала бар.

Архивтағы таҫмаларҙың һәр береһе ҡәҙерле. Бында 30 меңдән ашыу тапшырыу һаҡлана. Иң боронғоһо 1923-сө йылдарҙа төшөрөлгән фильмдар. Уларҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, совхоз - колхоздарҙың  гөрләүе, иҫке Өфө һәм башҡа тарихи ваҡиғалар мәңгеләштерелгән.
Был уникаль кадрҙар 30-сы йылдарҙа төшөрөлгән. Башҡортостандың ижади коллективы Сталинға бағышлап башҡортса йыр йырлай. Видеотаҫмалағы яҙыуҙы башҡа бер ҡайҙа ла осратыу мөмкин түгел. Архивта шулай уҡ Оло-Теләк станцияһында теркәлгән ҡурҡыныс ваҡиға, Ишембайҙа нефть  янтҡылыҡтары табылған осор ҙа бар. Ә был кадрҙарҙа  Борис Ельциндың Ағиҙел ҡалаһына килеүе төшөрөлгән. Был ваҡиға тарихта атом электростанцияһын төҙөүҙе туҡтатыу көнө булып хәтерҙә ҡалған.
Башҡортостандың дәүләт үҙәк тарих архивында һаҡланған был китап 250 йыл элек яҙылған. Тарихи ҡомартҡыла 1760-сы йылдарҙа Ҡырғыҙ һәм Ҡаҙаҡ далаларынан кире ҡайтыусы башҡорттарҙың рапорттары теркәлгән.
Архив хеҙмәткәрҙәре киләсәктә был документтарҙы китап итеп баҫтырып сығарырға ниәтләй. Дәүләт архивында шулай уҡ күренекле кешеләрҙең автографтары ла һаҡлана. Мәҫәлән был ҡағыҙҙа теләктәр яҙып Анна Әхмәтова ҡул ҡуйған. Ә был  фотола бөйөк артист, эстрада бейеүсеһе Мәхмүт Эсамбаев. Фотола йондоҙҙоң автографы ла һаҡланған.
Был яҙыуҙар иң тәүҙә шәжәрә төҙөүҙә ҙур ярҙамсы булып тора. Архив хеҙмәте илебеҙҙең тарихи һәм мәҙәни мираҫын  быуындан-быуынға еткерә. Архивтар дәүләт үҙаллылығы һәм милли хәүефһеҙлек, илдең тышҡы сәйәси эшмәкәрлеген тәьмин итеү һәм тормоштоң башҡа өлкәләренә ҡағылышлы мөһим мәғлүмәттәр һаҡлай. Был хеҙмәт шулай уҡ граждандарҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүе менән дә әһәмиәтле.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика