Бөгөн - архивтар көнө

Бөгөн - архивтар көнө 10.03.2015

Был дата  Рәсәйҙә 2003 йылдан билдәләнһә лә, уның тарихы  быуаттар төпкөлөнә барып тоташа.

Рәсәйҙә архив хеҙмәтенә иң тәүгеләрҙән  Петр I нигеҙ һала. 1720 йылдың 28 февралендә император тәүге дәүләт актына ҡул ҡуя. Был устав илдәге дәүләт идаралыҡтары органдарында  архивтар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Тағ ыла 200 йылдан 1918 йылдың 1 июнендә  РСФСР-ҙың Совет Халыҡ Комиссариаты илдә архив эштәрен үҙгәртеп ҡороу һәм үҙәкләштереү тураһында ҡарар ҡабул итә. Документ нигеҙендә йәш совет илендә архив эштәре менән идаралыҡ итеүсе орган булдырыла. 2002 йылға тиклем архив хеҙмәткәрҙәре байрамы 1 июндә билдәләнә. Архив хеҙмәте илебеҙҙең тарихи һәм мәҙәни мираҫын  быуындан-быуынға еткерә. Архивтар дәүләт үҙаллылығы һәм милли хәүефһеҙлек, илдең тышҡы сәйәси эшмәкәрлеген тәьмин итеү һәм тормоштоң башҡа өлкәләренә ҡағылышлы мөһим мәғлүмәттәр һаҡлай. Был хеҙмәт шулай уҡ граждандарҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүе менән дә әһәмиәтле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку