Бөгөн Ғафури районы үҙәгендә социаль торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды 08.10.2014

Төбәктә етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған 27 балаға фатир асҡыстары тапшырылды.

Ләйсән Ғәлина фатир уңайлыҡтары менән таныша. Әле үк ҡайҙа ниндәй йыһаз урынлаштырасағын күҙаллай. Киләһе йыл район үҙәгенә башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшкә ҡайтасаҡ йәш белгес үҙ мөйөшө булыуына шатланып бөтә алмай. 20 йәшемә оло бүләк булды, ти ул.

Ләйсәндең торлаҡлы булыуына 15 йыл үҙ балаһылай ҡарап үҫтергән әсәһе лә ҡыуана. Ҡатындың шатлығы бәхетле күҙ йәштәре булып урғылды. Земфира ханым тормош иптәше Ирғәле Мөхәмәтдинов менән үҙҙәренең өс балаһынан тыш, опекунға апалы-ҡустылы ике бала алып аяҡҡа баҫтыра. Хәҙер бер туғандар Салауат педагогия колледжында уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә.

Ләйсәндән тыш, тағы 26 етем балаға торлаҡ асҡыстары тапшырылды. 36 фатирлы социаль йорт төҙөүселәр тырышлығында бер йыл эсендә сафҡа инә. Әйткәндәй, был быйыл файҙаланыуға тапшырылған дүртенсе социаль объект.

Әлеге ваҡытта Ғафури районында 513 кеше, шул иҫәптән етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балалар, йәш ғаиләләр һәм белгестәр йәшәү шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа баҫҡан. Яҡын киләсәктә был һан тағы ла кәмейәсәк. Красноусолда 30 һәм 60 фатирлы ике күп ҡатлы йортто файҙаланыуға тапшырыу көтөлә.

Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика