Бөгөн 2014 йылғы һөҙөмтәләр буйынса «Иң яҡшы күп ҡатлы йорт» республика конкурсына йомғаҡ яһалды 16.06.2015

Еңеүселәр Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығында бүләкләнде. Конкурсҡа быйыл ике йөҙҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән, уларҙың илленән ашыуы лайыҡлы тип табылған.  Еңеүселәргә  Маҡтау ҡағыҙы һәм 100  мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды. Ул йортто һәм уның эргәһен тәртиптә тотоу өсөн тәғәйенләнә.

Конкурста ҡатнашыусы йорт егерме йүнәлеш буйынса баһалана. Уларға  йорт идаралығын Рәсәйҙең «Торлаҡ кодексы»на ярашлы ойоштороу,  подъездарҙы  һәм уның эргәһен тәртиптә тотоу, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын булдырыу һәм башҡалар инә. Шулай уҡ күпме йылылыҡ сарыф ителеүе, иҫәпләү ҡоролмаларының булыуы ла төп шарттарҙың береһе. Конкурстың талаптары йыл һайын үҙгәреп тора. Киләсәктә  уны ике этапта үткәреү ҡарала. Яңы һалынған, файҙаланыуҙа өс йылдан аҙыраҡ булған  йорттар ҡатнаша алмай. Быйылғы еңеүселәргә «иң яҡшы» исеменә тағы  өс йылдан һуң ғына дәғүә итеү хоҡуғы бирелә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика