Ҡаза аяҡ аҫтында 06.11.2015

Трамвай урамында асыҡ люкка оло йәштәге ханым ҡолап төшә.

Өсөнсө төркөм инвалиды  Мәүлиҙә Вәлиеваның күҙҙәре бала сағынан насар күрә, тиҙ генә ҡараңғы төшөүе сәбәпле, ул асыҡ ҡалдырылған люкты аңғармай.Ул көндө Мәүлиҙә Вәлиева һеңлеһенә ҡунаҡҡа килгән  була. Кисләтеп кенә үҙе йәшәгән Сипайлово  биҫтәһенә ҡайтырға сыға. Мәүлиҙә Мәҡсүт ҡыҙы Өфө шоссеһы урамындағы автобус туҡталышына ашығып атлап китеп барғанында   асыҡ ҡалдырылған соҡорға төшөп китә
Көҙгө эңерҙә соҡорға йығылыусы ханым көс-хәл менән тороп өйөнә ҡайта. Бәрелгән аяҡтары оҙаҡ ҡына күгәреп ауыртып йөрөй. Ошо-тирәнән үтеп йөрөүсе халыҡ бәләгә юлыҡмаһын тигән маҡсат менән ул ҡотҡарыу хеҙмәтенә лә шылтырата. Уға был туҡталыштағы асыҡ соҡорҙарҙы ябып, кәртәләп ҡуясаҡбыҙ,тип вәғәҙәләйҙәр. Әммә ике соҡор ҙа әлегә тиклем  асыҡ. Был тирәнән үтеп йөрөүсе халыҡ улар кешеләргә хәүеф тыуҙыра,тип борсола.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика