Айыу туйы 12.01.2016

Баш ҡаланың «Первомайский» паркы зоопаркында тайыштабандың бер юлы биш балаһы тыуған. Был яңылыҡ йәшен тиҙлегендәй таралды. Сөнки ғәҙәттә, айыу ике-өстө генә балалай. Киләсәктә хайуандарҙың ҡайһы берҙәре цирк, зоопарктарға эләгеүе ихтимал. Зоопаркта тағы ла алдағы көндәрҙә юлбарыҫ, сыбар ҡапландар ҙа ишәйер тип көтөлә.

Төшкө ашты хайуандар көтөп ала. Зоопарк хеҙмәткәре һәр ҡырағай хайуанды тейешле кимәлдә ит менән һыйлай. Мәҫәлән,  юлбарыҫҡа көнөнә 10 килограммға тиклем аҙыҡ бирелә.
Сыбар ҡаплан да үҙ табышы менән бүлешергә теләмәй. Иң матур һәм һомғол йыртҡыстарҙың береһе итте янында кеше булмағанда ашарға күнеккән. Әйткәндәй, тиҙҙән ул инә булырға йыйына.
Владимир Айвазян, күсмә зоопарк хужаһы:  «Ашатабыҙ ҙа, тәрбиәләйбеҙ ҙә. Уларҙың туҡлығы үҙҙәрен тотошонда, кәйефендә сағыла. Сыбар ҡаплан менән юлбарыҫ ҡатыш хайуан мәҫәлән, Өфөлә тыуған. Йыл да балалай».
Ҡайһы бер йәнлектәр ҡала тормошона күптән күнеккән. Уларҙы ситлек аша ашатырға ла була. Ә бына йыртҡыстар бында оҙаҡ йәшәһә лә, ҡырағай холҡон ташламай. Уларҙың эргәһенә яҡын барыу тыйыла.
Маша ҡушаматлы айыуҙың биш бала табыуы республиканы ғына түгел, тотош Рәсәйҙе таң ҡалдырҙы. Ул уларҙы Раштыуа байрамында таба. Әлеге ваҡытта айыу балаларына кеше яҡын ебәреү түгел, йәшерә лә. Әйткәндәй, зоопарк хеҙмәткәрҙәре 21 көнгә тиклем тайыштабанды бик үк борсомаҫҡа тырыша. Сөнки ул балаларын ҡыҙғанып, ташлауы ла ихтимал.
Герой инә айыуҙың хәле менән илдең төрлө төбәктәренән ҡыҙыҡһыныуҙар башланды ла инде. Тиҙҙән тайыштабандар күҙен асҡас, инәһенән айырып илдең төрлө төбәктәренә оҙатыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика