Айыҡ тормош өсөн

Айыҡ тормош өсөн 21.08.2015

Башҡортостан райондарында «Айыҡ ауыл» конкурсы үтә. Өфө районының Жуков ауылы ла сәләмәт тормош яҡлы. Бөгөн жюри ағзалары өсөн ауыл буйлап экскурсия ойошторолдо. Сара ауылдың иң өлгөр ғаиләһе менән танышыуҙан башланды.

Кузьминдарҙың ауылда эш юҡ тип ҡул ҡаушарып ултырырға ваҡыты юҡ. Улар 13 йыл баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Айыҡ ауыл конкурсында ғаилә жюри ағзаларына өлгөлө ғаилә булараҡ күрһәтелде. Был юҡҡа ғына түгел. Уларҙың баҡсаһында тиҫтәләгән төр емеш-еләк  үҫә.
Александр Кузьмин, Жуков ауылында йәшәүсе: «Мин сәләмәт тормош яҡлы. Әгәр ҙә берәй шөғөлөң булһа, эсеп йөрөргә ваҡыт юҡ. Һин үҙеңдең яратҡан эшең менән мәшғүл».
Төрлө формала ҡурай еләге, эре алмалар, төрлө төҫтәге ҡарағат һәм башҡалар. Бында Рәсәйҙә һирәк осраған сәскәләрҙе лә күрергә мөмкин. Хужалар пиондарҙың ғына 40-тан ашыу төрөн үрсетә. Был сәскәләр ғаилә башлығының ғорурлығы булып тора. Уларҙың күптәрен Александр Кузьмин сит илдәрҙән килтергән.
Ҡара мәрүәр күп илдәрҙә изге емеш тип иҫәпләнә. Баҡсала был үҫемлек 5 йыл элек сәселгән. Уның емештәре дауаланыуҙа ҡуллана - сөнки витаминдарға бай. Хатта, яман шеште лә дауалай. Был мәрүәр дикоратив үҫемлек, ә тәбиғәттә осрағаны ябай мәрүәр. Уның япраҡтары ошондай формала, емештәре лә айырыла.  Шулай уҡ ҡыҙғылт, һәм аҡ япраҡлыларын осратырға мөмкин.
Ғаилә үҙҙәренең күршеләрен дә баҡсасылыҡҡа өйрәтә. Ауыл халҡы өсөн яҡшы өлгө булып тора. Комиссия ағзалары ауыл йәштәренең тормошо менән дә танышты.  
Ауыл мәктәбендә тантана зарядканан башланды. Уға халыҡ та әүҙем ҡушылды.  Уҡыусылар конкурсҡа үҙенсәлекле тамаша ла әҙерләгән. Ул барыһын да айыҡ тормош алып барырға саҡыра.
Жуков ауылында спорт һөйөүсе йәштәр байтаҡ. Мәҫәлән, Тимур Яппаров турникта шөғөлләнә. Ул буш ваҡытын мәктәп алдындағы спорт майҙанында уҙғара.
Йәштәр беҙҙең киләсәк, шуға ла уларҙы сәләмәт тормошҡа әйҙәү конкурстың төп маҡсаты, тип билдәләй жюри ағзалары. Быйыл «Айыҡ ауыл» конкурсы район кимәлендә генә ойошторолһа ла, күп ауылдарҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Республика кимәлендә конкурс быйыл иғлан ителмәһә лә, райондарҙа уның дауам итеүе халыҡтың сәләмәт тормош яҡлы булыуына асыҡ дәлил.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика