«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусылар ике тапҡырға артҡан

«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусылар  ике тапҡырға артҡан 22.08.2014

Быйыл   эскелеккә ҡаршы көрәштә 163 ауыл һәм бер ҡала үҙ көсөн һынай.

Конкурстың нескәлектәре бөгөн Өфөлә үткән кәңәшмә лә тикшерелде. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, ҡатнашыусыларға талаптар юғары, бары 70-кә яҡын пункт. Бында ауылдың төҙөклөгө лә, эсмәгән ғаиләләрҙең күплеге лә иҫәпкә алына. Комиссия ағзалары әйтеүенсә, йыл һайын конкурс бер нисә ғаиләне генә дөрөҫ юлға баҫтырһа ла, һөҙөмтә бар тип әйтергә мөмкин.

Әлбиттә, бер йылда ғына бар ауылды эскелектән арындырып булмай, әммә халыҡтың аңын уятып, айыҡ быуын үҫтерергә мөмкин. Бының өсөн аңлатыу эштәре алып барыу, балалар, йәштәр менән әңгәмәләр ойоштороу мотлаҡ. Ауылдарҙың күбеһе конкурсҡа йылдар дауамындағы әҙерлек менән килә. Күп төбәктәрҙә эскелеккә ҡаршы көрәшкә йәмәғәт ойошмалары, оло быуын вәкилдәре йәлеп ителә.   

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку