«Айыҡ ауыл» акцияһы дауам итә 22.10.2014

Быйыл конкурста республиканың 46 районынан 162 ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. Иглин районынан ғына 12 ауыл бар.

Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында туй гөрләй. Байрам һуңғы арала бик һирәк, әммә модаға инә барған «хәмерһеҙ туй» стилендә үтә. Зөлфиә менән Ришат Шәүәлиевтарға уны урындағы мәҙәниәт йорто ойошторорға ярҙам иткән. Ҡунаҡтар күп кенә туйҙарҙа төшөрөп ҡалдырылған һыу юлы йолаһында ҡатнаша. Һуғыш яланында башын һалған яҡташтарын иҫкә алыу ҙа айыҡ туйҙың бер өлөшө.
Хәйер, ябай эш көндәрендә лә  иҫерек кешене күрмәҫһең, ти ауыл халҡы. Һәр береһе «Айыҡ ауыл» конкурсына үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Урындағы кибеттәрҙә лә хәмер бөтөнләй һатылмай.
Йәштәрҙе яҡшы юлға йүнәлтеү эшен ауыл аҡһаҡалдары үҙ өҫтөнә алған. Эсмәгеҙ, тип береһе лә өгөтләй йөрөмәй, ти оло йәштәгеләр. Киләсәк быуынға үрнәкте өлкәндәр үҙҙәре  күрһәтә.
Эскелек-эшһеҙлек һөҙөмтәһе, тип иҫәпләй Ләмәҙҙәр. Ә  ауылда эш юҡ тип ятыу  һылтау ғына. Түбәнге Ләмәҙҙә умартасылыҡ совхозы тарҡалғас был кәсеп менән халыҡ үҙе шөғөлләнә башлаған. Хәҙер ауыл халҡының күбеһе уңышлы эшҡыуар һанала. Иглин районының бренды һаналған йүкә балын тап улар етештерә.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика