Ҡайтайыҡ  ауылдарға 26.07.2014

Ҡырмыҫҡалы районында бөгөн бер төркөм йәмәғәт эшмәкәрҙәре  Рәсәй ауылдарының мәсьәләһен,  илдең төпкөл төбәктәрен тергеҙеү юлдарын барланы. «Ауыл Рәсәйе» форумында ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бөгөн күптәр ҙур мегаполистарҙан  тыныс ауылдарға күсенергә хыяллана. Был күренеште йәмле төбәктәргә йән өрөү өсөн файҙаланырға кәрәк, тип ышана ойоштороусолар.  

Архитектор Радик Хәкимов торлаҡ проекттары менән шөғөлләнә. Мегаполистағы таш джунглиҙар уның ижад емешенә яҡшы миҫал. Яңыраҡ ул үҙенә яңы форма тапҡан. Конус рәүешендә һалынған йорт тәбиғәт энергияһын күпкә һөҙөмтәлерәк  файҙалана, тип билдәләй автор.
Форумда иһә һәр теләүсе сығыш яһай алды. Бында иң ҡыйыу фекерҙәр яңғырай: кемдер йортто һаламдан төҙөргә саҡыра, кемдер ирекле аҡса идеяһын күтәреп сығара. Теорияға ярашлы, тотонолмаған аҡсаһы булған кеше уны ваҡытлыса мохтажға өләшеп тора ала. Был йәмғиәттәге көсөргәнешлекте кәметергә  ярҙам итер ине, ти автор. Сараға яңы фекерҙәр табырға килгән Илдус Фәйрүшин тәү сиратта  эскелек менән көрәшергә кәрәк, тип уйлай.
Форумда ҡатнашырға теләүселәр Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылды. Һөҙөмтәле ауыл тормошо өлгөһө тип ҡунаҡтарға Шайморатов хужалығы күрһәтелде. Күптән түгел Мансур Йомағолов бында баҡса үрсетә башлаған, егет шулай уҡ агротуризм менән дә шөғөлләнә. Киләсәктә бәлки ауылға күсеп тә ҡайтырмын, ти эшҡыуар.  
Әле йәшәп килгән тормош тәртибен ҡапыл ғына үҙгәртеп булмағанын яҡшы аңлайбыҙ, ти форумда ҡатнашыусылар. Эш әкренләп барырға тейеш, ти улар. Сара сиктәрендә шулай уҡ глобаль ауылға нигеҙ ташы һалыу танатаһы ла ҡаралған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика