Аяуһыҙ диагноз һәм инвалид коляскалары матурлыҡты йәшерә алмай

Аяуһыҙ диагноз һәм инвалид коляскалары матурлыҡты йәшерә алмай 27.03.2015

Бөгөн баш ҡалала физик мөмкинлектәре сикләнгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Яҙ гүзәле – 2015» республика конкурсы еңеүсеһе билдәләнде.

Гүзәл заттар тулҡынланыуын йәшермәй. Бер нисә минуттан бәйге башлана. Визитка, дефиле, ижади этаптан торған конкурста иң мөһиме - юғалып ҡалмау.
Берәүҙәр йырҙарын, таныштырыу һүҙҙәрен ҡабатлаһа, икенселәргә сәхнә түренә сығыр мәл еткән. Нефтекама ҡалаһынан Лиә Сәхибгәрәеваға лидерлыҡ, яуаплылыҡ сифаттары хас.Туғыҙ ҡыҙ араһында 25 йәшлек һылыу беренсе номер аҫтында сығыш яһауы быға асыҡ дәлил. Әйткәндәй, ижади бәйгелә мөхәббәт тураһында йыр башҡарып, ул тамашасы һөйөүен яулай.
Мәртәбәле сарала Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама ҡалалары, Шишмә районы һылыуҡайҙары ҡатнашты. Иң ҡыуаныслыһы, 20-35 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе ғаиләле, сабыйҙары бар. Сығыш яһау еңелдән булмаһа ла, конкурсанттарға залда ултырған көйәрмәндәр көс-дәрт өҫтәне.
Ижади бәйгелә киләһе ҡатнашыусы Александра Бороздина тормош иптәше менән бергә сыҡты. Татыу ғаилә Туймазы ҡалаһынан.  Ҡатынымды матурлыҡ бәйгеһенә ебәрергә бер ҙә көнләшмәнем, ти Рәмил Шакиров.
Физик мөмкинлектәре сикле булыуы ҡатын-ҡыҙҙарға гүзәл, һөйөклө һәм һөйкөмлө булырға бер ҙә ҡамасауламай. Иң мөһиме, күңел матурлығы, рухи яҡтан көслө булыу, ти улар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку