Ай баштарында республиканың көньяғында көслө буран арҡаһында, юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килеп, кешеләр машиналарында ҡамауҙа ҡала

Ай баштарында республиканың көньяғында көслө буран арҡаһында, юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килеп, кешеләр машиналарында ҡамауҙа ҡала 15.01.2016

Баймаҡ аша үтеүсе   сит ҡала һәм өлкә кешеләре  ошонда төнгөлөккә  туҡтарға мәжбүр булды. Ләкин  урында уларға ваҡытында ярҙам күрһәтелде.  

Был көндәрҙә киске алтынан  алып төнгө ун икегә тиклем ятаҡтың ишеге ябылмай.  Баймаҡ яҡтарына  икенсе ҡалаларҙан  һәм сит өлкәләрҙән  ҡунаҡҡа,  турбазаға   ял итергә килеүселәр  көнө  буйы ҡоторған буран һөҙөмтәһендә юлдарҙа ҡамауҙа ҡалып, ҡайта алмай ҡала.120-нән ашыу  кеше  Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы  ятағында таң аттыра.
Был көндө  ҡарауылсы  Гөлдәр Усманованың дежурствоһы тура килә.  Килгән халыҡты   урынлаштырыу,  йылы сәй менән һыйлау уның  иңенә төшә.
Көслө   буран  эҙемтәһеҙ үтмәне. Ҡайһы  бер ауылдарҙа   өйҙәрҙең, мәғариф, мәҙәниәт  усаҡтарының ҡыйығын алып ташланы, ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр   утһыҙ  ултырҙы. Бындай   көслө бурандар үткән быуаттың  90 йылдарынан алып булғаны юҡ ине,ти урындағы белгестәр.  
Әммә ошондай көтөлмәгән көслө бурандар ҡабатланыуы ихтимал. Шуға  күрә,  ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн  йәлеп ителгән бөтә көстәрҙең һәр ваҡыт  һаҡта  әҙер тороуы зарур. Әле бөтә хеҙмәттәр һалҡын көндәргә әҙерлекте барлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика