Автомобиле булған һәр кеше таксист була аламы?

Автомобиле булған һәр кеше таксист була аламы? 19.01.2015

Эштән һуң ғына аҡса эшләп алырға сыҡҡан водителдәр менән һәр кем осрашҡаны барҙыр. Бындай «йүнселдәр» рәсми такси компанияларынан бер нәмәһе менән дә айырылмай  тиерлек.

Ләкин пассажирҙар үҙ аллы таксистарға ултырып сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуя. Халыҡта «бомбила» тип аталған водителдәр бер ниндәй ҙә страховка бирә алмай. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты кеше ташыусыларҙы даими тикшереп тора. Павел Григорьев, таксист: «Рәсми такси компаниялары даими рәүештә тикшереү үтеп тора. Водителдәр оҫталығы ла, автомобиль паркы ла лайыҡлы кимәлдә. Үҙ абруйын һәм пассажирҙарын ҡайғыртҡан компаниялар тикшереүҙән ҡурҡырға тейеш түгелдер». Тикшереү барышында автомобилдең торошонан башҡа, водителдең документтары, пассажирҙар ташыуға рөхсәте лә тикшерелә. Такси шашкалары, таксометрҙың булыуы ла төп шарт. Рәмзис Искәндәров, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты бүлеге рәйесе: «Ҡағиҙәләр үтәлмәгән хәлдә законға ярашлы 5 мең һумдан алып 100 меңгә тиклем штраф һалына. Әгәр инде был да ярҙам итмәһә, материалдар судҡа ебәрелеп, такси ойошмаһының лицензияһы тартып алына».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку