Автомобилде ҡайтарырға ярҙам итегеҙ!

Автомобилде ҡайтарырға ярҙам итегеҙ! 02.02.2015

Ошондай һорау менән беҙҙең редакцияға Өфөнән Бәхтигәрәевтар ғаиләһе мөрәжәғәт итте. Эш шунда, улар интернеттағы иғлан аша автомобиль һатып ала, әммә бер айҙан унан ҡолаҡ ҡағалар. Күңелһеҙ хәлдең сәбәбен полиция хеҙмәткәрҙәре транспорт сараһының урланған булыуы менән аңлата.

Икенсегә бәпестәре тыуыу уңайынан Эльвира Бәхтигәрәеваның тормош иптәше уға ҡиммәтле сит ил автомобиле бүләк итә. Әммә бер айҙан ғаиләгә саҡырылмаған ҡунаҡтар ишек шаҡый. Баҡтиһәң, ҡулдан алынған транспорт ҡыуып алып кителгәндәр исемлегендә торған.
Һәр кемдең дә яңы автомобиль алырға хәленән килмәй. Күптәр тимер атты ҡулдан һатып алырға күнеккән. Интернетта машина һатыу-алыу хаҡында иғландар бихисап. Әммә йыш ҡына хыялдағы автомобиль урынына ҙур мәшәҡәт һатып алырға ла мөмкин. Техник яҡтан ғына етешһеҙлек тураһында һүҙ бармай.
Тимур Чанышев, Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса рәсми вәкиле: «Осраҡ буйынса мутлашыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Зыян күреүсенең ғаризаһы буйынса ул гәзиттәге иғлан буйынса автомобилде залогка һалып ҙур сумма аҡса алған. Ул аҡсаны ҡайтарып бирергә маташҡан, әммә кредит биреүсе менән бәйләнешкә сыға алмаған. Машинаһын полиция оҙаҡ эҙләгән. Тимер атты бер нисә тапҡыр һатырға өлгөргәндәр».
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре биргән мәғлүмәт буйынса автомобилде һатыу осраҡтары асыҡлана. Әммә уның тарихы шул тиклем буталған, Бәхтигәрәевтар тимер атты ҡайтарып алыуға өмөтөн өҙгән. Ҡуҙғатылған эш буйынса Эльвира менән Урал зыян күреүсе тип һаналмай. Автомобилде залогка һалып һуңынан полицияға ғариза менән килгән тәүге хужаның уға хоҡуғы күберәк.
Бәлки, Бәхтегәрәевтар автомобилде ҡайтара алыр. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта ошондай осраҡтар йыш күҙәтелә. Нисек кенән булмаһын, аҡса биреп һатып алған машинаны тиҙ генә биреп ебәрергә ризалашырға ярамай. Һис юғында 128 телефон һандарын йыйып кәңәш алырға мөмкин.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку