Автомобилдәрҙе махсус туҡталҡаға эвакуациялау бизнесҡа әйләнергә тейеш түгел

Автомобилдәрҙе махсус туҡталҡаға эвакуациялау бизнесҡа әйләнергә тейеш түгел 06.11.2014

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзалары юл-патруль хеҙмәтенең  үҙ вәкәләттәрен саманан тыш арттырып үтәүҙә ғәйепләй. Улар фекеренсә, инспекторҙар автомобилдәрҙе эвакуациялау эшендә, водителдәрҙең үҙ хоҡуҡтарын белмәүен файҙаланып, тупаҫ рәүештә ҡағиҙә боҙа. Быға йәмәғәт ойошмаһына тиҫтәләрсә мөрәжәғәт дәлил.

Һуңғы арала рөхсәт ителмәгән урындарҙа автомобилдәрен ҡалдырыусылар менән көрәш әүҙем алып барыла. Властар был эштең үтә лә йәнләнеүен юлдарҙағы тығындарҙы, тәртипһеҙлекте кәметергә теләү менән аңлата. Был яҡшы күренеш, әммә ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр үҙ эшен саманан тыш арттырып үтәй. Сөнки һәр эвакуацияланған автомобиль - меңдәрсә һум аҡса. Бәғзеләр өсөн юлдағы тәртипһеҙлек менән көрәшеү кеҫә ҡалынайтыуға ҡорола. Ундайҙар инде транспорт сараһының юл хәрәкәтенә ҡамасауламауына ла, хужаһының алып китмәҫ борон килеп өлгөрөүенә лә ҡарап тормай.
 Алексей Булатов, автоһәүәҫкәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте етәксеһе: «Ҡануниәттә әгәр водитель машинаһына килеп өлгөрһә, уны эвакуациялау туҡталырға тейеш тиелгән. Әммә ҡайһы мәлдән процедураның башланыуы аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Водителдәр эвакуатор машинаһы китмәҫ борон тип иҫбатларға маташһа, ә инспекторҙар транспорт сараһы күтәрелгәс үк эш башланды тип дәлилләй. Был бәхәстә йыш ҡына хоҡуҡ һаҡсылары еңеп сыға. Беҙ был ҡағиҙәләргә конкрет аңлатмалар индерергә тейешбеҙ. Ултырыштан һуң парламентҡа тәҡдим менән сығасаҡбыҙ».
Республиканың баш автоинспекторы әйтеүенсә, автомобилдәрҙе эвакуациялау эшендә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр бар. Транспорт сараһын ҡайтарып алыу, штрафтарҙы түләү тиҙ арала башҡарыла һәм был йәһәттән ҡатмарлыҡтар юҡ. Тик бына эвакуациялау ваҡытында ғына һорауҙар килеп тыуа. Динар Ғилметдинов вәкәләттәрен арттырып үтәүсе инспекторҙар ҡаты язаға тарттырыла, хатта эштән бушатҡан осраҡтар ҙа бар тип билдәләй.
 Динар Ғилметдинов, Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: «Әгәр водителдәр килеп өлгөрә икән транспорт сараһын эвакуациялауҙы туҡтатырға бойороҡ бирелгән. Быны инспекторҙар үтәргә тырыша. Әммә ҡағиҙә боҙоу осраҡтары була икән водителдәрҙең тура миңә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар. Мин аҙна һайын халыҡты ҡабул итеү ойошторам. Теләге булған һәр кем һорау менән килә ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку