Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау ҡиммәтләнде

Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау ҡиммәтләнде 15.10.2014

Был өлкәләге законға камиллаштырылған төҙәтмәләрҙе индереү Рәсәй Думаһында оҙаҡ ҡына тикшерелде.

Үҙгәрештәрҙең күп өлөшө быйыл 1 сентябрҙән ғәмәлгә инде. 11 октябрҙән юл-транспорт ваҡиғаһында милеккә килгән зыянды ҡаплау өсөн иң юғары хаҡ 120 меңдән 400 меңгә күтәреләде. Үҙгәрештәр кем өсөн отошло йәки «тимер ат»ты страховкалау өлкәһендә еңел табыш артынан ҡыуыусы компаниялар менән ябай автоһәүәҫкәр араһында килеп тыуған хәлдә кем еңеүсе булыр?

Александр Сергеевичҡа автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалау компанияһында полис һатып алыу өсөн ике көн сиратта торорға тура килгән. Быға тиклем автоһәүәҫкәр туғыҙ компанияның ишеген шаҡый. Бөтәһендә лә яуап бер: полис тик өҫтәмә хеҙмәт менән ҡуша бирелә. Икенсеһенән баш тартыу мөмкин түгел, сөнки бланктар юҡ. Ә яңылыҡ өсөн бер меңдән ашыуыраҡ сумма талап итәләр. Эҙләгән таба тигәндәй, ир элеккесә полис биреүсе компанияға мөрәжәғәт итә. Үҙенең хоҡуғын яҡлауҙы һорап кәрәкле урындарға хат яҙа. Һөҙөмтәлә ул бишенсе тапҡыр монополияға ҡаршы идаралыҡ ултырышына килә.

Александр Подопригора, автоһәүәҫкәр: «Страховка компаниялары үҙ ҡиммәтен саманан тыш арттырып, кешеләрҙең мөмкинлеге менән иҫәпләшмәй ошондай нигеҙһеҙ өҫтәмәләр индерә. Минең маҡсатым - уларҙы язаға тарттырыу».

Идаралыҡта ошондай хәлгә тарыусы өс тиҫтәгә яҡын кешенең мөрәжәғәте ҡарала. Эште тикшереү байтаҡ ваҡытҡа һуҙылған, унда республикала автогражданлыҡ яуаплылығы страховкаһы хеҙмәтен күрһәтеүсе компаниялар ҡатнаша.

Рәсимә Сәләхетдинова, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Конкурентлыҡ хаҡындағы Федераль закондың 11-се статьяһын боҙоу 14 автостраховка компанияһында билдәләнгән. Бөгөн осраҡ буйынса ултырыш үтте. Һығымта сығарманыҡ, уларҙың һорауы буйынса был эш киләһе ултырышта, 28 октябрҙә, тағы ҡараласаҡ».

Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауға бәйле ошондай аңлашылмаусанлыҡ былтыр йыл аҙағында башланды. «Тимер ат»ын бәлә-ҡазаға тарыуҙан страховкалау өсөн мөрәжәғәт итеүселәргә компаниялар ғүмерҙәрен дә страховкалау бурысы йөкмәтеп маташты. Дөрөҫ, күптәр уны-быны уйламай яңылыҡ менән килешеп, өҫтәмә аҡса сығарып һалырға мәжбүр булды. Ни тиһәң дә, ҡәҙерле ғүмереңде һаҡлау тураһында һүҙ барғанда, бер мең тирәһе аҡса йәлләү урынһыҙ ҙа кеүек. Бының менән риза булмаусылар бер страховка компанияһынан икенсеһенә йүгерҙе. Ә улары халыҡ тауыш күтәргән арала ниндәйҙер сәбәптән полис биреүҙе туҡтатып тороуҙары хаҡында белдерҙе. Бындай хәл быйыл 2 августан һуң булһа, йәки страховка компанияһы һеҙгә полис биреүҙән баш тарта йә өҫтәмә хеҙмәттәр бәйләп маташа икән, компания 50 мең һум күләмендә штраф түләргә бурыслы. Был - законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы. Автоһәүәҫкәрҙәрҙе аптыратҡан мөһим яңылыҡ - 11 октябрҙән автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау хаҡының 30 процентҡа тиклем күтәрелеүе. Шул уҡ ваҡытта ыңғай күренеш бар. Юл-транспорт ваҡиғаһында милеккә күрелгән зыяндың иң юғары күләме 120 мең һумдан 400 меңгә тиклем арта.

Белгестәр автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалау полисының ғәмәлдән сығыуын һуңғы көнгәсә көтөргө түгел, ә кәм тигәндә бер ай тирәһе алдан хәстәрләргә кәңәш итә. «Тимер ат»ын страховкалағанда кәкре ҡайынға терәлгәндәрҙең күбеһе был эште башҡарыуҙа һуҙып йөрөгән. Тап шундай саҡта кеше ҡапҡанға эләгә лә инде. Үҙгәрештәрҙең ыңғай һәм кире яғын ваҡыт күрһәтер. Нисек кенә булмаһын, юлда һаҡ йөрөүең хәйерле.

Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку