Автоһәүәҫкәрҙәргә ҡышҡы резинаға күсергә ваҡыт етә 05.10.2015

Синоптиктар фаразлауынса, был аҙнала республикала  көндәрҙең  һыуытыуы,  ер өҫтөнә ҡар ятыуы көтөлә.

Аҙна башында һауа торошо төндә нолдән 5 градусҡа, көндөҙ 13 градуска тиклем йылы буласаҡ. 8 октябрҙән республикалағы һауа торошона циклон тәьҫир итә. Шуға ла ямғырҙарҙы епшек ҡар алыштыра. Юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплауы, электр сымдарына епшек ҡар һырылыуы ихтимал. Ошоға бәйле, синоптиктар алыҫ юлға сығыусыларға иғтибарлыраҡ булырға  кәңәш итә.
Уҙған ял көндәрендә республиканың ҡайһы бер райондарында тәүге ҡар яуҙы. Әбйәлил районында ҡар бер нисә сәғәткә тулыһынса ерҙе ҡаплап алды,  Бөрө һәм Белорет ҡалаларында ла тәүге ҡар бөртөктәре төштө.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика