Август аҙағына тиклем Стәрлетамаҡта 2 миллиондан ашыу снаряд юҡ ителәсәк

Август аҙағына тиклем Стәрлетамаҡта 2 миллиондан ашыу снаряд юҡ ителәсәк 26.07.2014

Был эш дәүләт оборона заказы нигеҙендә «Авангард» заводында башҡарыла. Снарядтың төп өлөшө ҡайтанан эшкәртеүгә ебәрелә. Өҫ башы шартлатыу ысулы менән юҡ ителә. Был эш Первомайский ҡасабаһындағы полигонда башҡарыла. Тап шундағы шартлау тауыштарын  Стәрлетамаҡ халҡы ишетә лә инде. Көнөнә 45 шартлатыу башҡарыла һәм уның һәр ҡайһыһында 400-гә яҡын снаряд юҡ ителә.

Әсғәт Ибраһимов, «Авангард» заводының генераль директоры: «Дәүләт оборона заказы билдәләгән шарттарға ярашлы 1 сентябргә барлыҡ эштәр тамамланырға тейеш. Снарядтарҙы юҡ итеү менән юғары квалификациялы белгестәр шөғөлләнә. Шуға ла Стәрлетамаҡ халҡына һәм ҡунаҡтарға борсолорға урын юҡ». Хәрби техника һәм ҡоралды утилләштереү менән «Авангард» заводы 2006 йылдан шөғөлләнә. Ул республикала был эште башҡарыуға лицензияһы булған берҙән бер предприятие. 2013 йылда снарядттарҙы ябай шартлатыу менән бәйле бер нисә ғәҙәттән тыш хәлдән һуң, Оборона министрлығы уларҙы сәнәғәт юлы менән юҡ итергә ҡарар итте. Был ысул ярҙамында 2020 йылға тиклем 3 миллион ярым тонна ҡара һәм 520 мең тоннанан ашыу төҫлө металл алыу күҙаллана. Утилләштерелгән продукцияны һатыуҙан федераль бюджет ун миллиард ярым һум табыш алыр, тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку