Авария хәлендәге иҫке торлаҡтан – яңы фатирға 23.01.2016

Республикала йәшәүсе йөҙҙәрсә кеше торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеү бәхетенә иреште. Әле төбәктә граждандарҙы иҫке торлаҡтан күсереү буйынса федераль программа уңышлы тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, Шишмә районы үҙәгендә социаль торлаҡ өсөн тотош квартал бүленгән. Ошо көндәрҙә  бында  дүрт ҡатлы сираттағы өй сафҡа инде.  Фатир алыусылар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡалған ҡатындары ла бар. Шундайҙарҙың береһе Бәрҫеүәнбаш ауылынан Сәфүрә Йәғәфәрова.  Махсус комиссия ул йәшәгән өйҙө авария хәлендә тип таныған. Шуға ла урындағы етәкселек торлаҡҡа мохтаж әбейҙе яңы фатир менән ҡыуандырырға ҡарар иткән. Һәр хәлдә бында бәхетле ҡартлыҡ кисереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика