Ауырғазы районының Ситдиҡ-мулла ауылы халҡы юлһыҙ интегә

Ауырғазы районының Ситдиҡ-мулла ауылы халҡы юлһыҙ интегә 12.04.2016

Яҙлы-көҙлө һәм  йәй ямғыр яуғанда  ауылдан Ташлыкүлгә тиклем ара батҡаҡҡа әйләнә. Еңел автомобилдәр батып ултыра, ә мәктәп уҡыусылары  йыл әйләнәһенә йәйәү  йөрөй. Юл булмағас автобус  килмәй.

Ауырғазы районының Ситдыҡ-мулла ауылында йәшәүсе дүрт бала көн һайын ун ике саҡырым юл үтә.Ауылдан Ташлыкүлгә тиклем ара яҙлы- көҙлө иҙмәгә әйләнә.Шуға был яҡҡа автобус йөрөмәй. Күрше ауылдарға мәктәпкә  иртән сәғәт етелә китәләр, өйгә киске алтыла ғына ҡайтып инәләр.
Ауылдан еңел машина менән сығарлыҡ түгел. Ярҙамға трактор саҡыртырға тура килә.  Юлһыҙлыҡтан интеккән йәш ғаиләләр күсергә мәжбүр булған. Йәш саҡтарында  ситкә киткәндәр ҡайтып матур йорттар һалып донъя көтә.
Ситдиҡ-Муллала  күпселек пенсионерҙар йәшәй. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан бирле юлды рәтләгәндәре юҡ,ти улар. Урындағылар әйтеүенсә,район хакимиәтенә улар был проблема менән мөрәжәғәт итеп ҡараған.
Ҡырсынташ түшәһәләр, бәлки юл һәйбәтләнер Йылға ҡомо һалып ҡарағандар, тик унан файҙа булмаған.
Былтыр ошо урында машина түңкәрелгән.  Юл ремонтланмаһа, халыҡ  башҡа инстанцияларға барырға әҙерләнә.Әйткәндәй, был һорау менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеүебеҙ булды, грейдер килеп етте.
Ғәҙәти хәл. Ауыл халҡы беҙҙе тағы көтөп ҡалды. Сөнки ямғыр яуһа юл тағы иҙмәгә әйләнәсәк. Унан һуң соҡорҙарҙы тағы  тигеҙләргә  кәрәк була. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрселәре төбәктәргә килеүе  ошондай  ҡеүәтле тракторҙарҙы ҡуҙғата алыу көсөнә эйә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика