Ауырғазы районында дауылдан зыян күреүселәргә бишәр мең һумлыҡ компенсация түләнә

Ауырғазы районында дауылдан зыян күреүселәргә бишәр мең һумлыҡ компенсация түләнә 11.08.2017

Әлегә был матди ярҙамды утыҙҙан ашыу йорт хужаһы алған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған шәмбе Көйәҙебаш ауылын урап үткән ғәрәсәттән һуң 66 йорт ихатаһы зыян күрә. Бер өй тулыһынса емерек хәлдә ҡала. Дөйөм зыян күләме - яҡынса алты миллион һумға барып баҫа. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов район хакимиәте етәкселегенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү бурысын ҡуйғайны.

Ғүмер буйы йыйған мөлкәттәре  бер нисә минут эсендә юҡҡа сыҡҡан. Евгений Зайкин һәм Зоя Дуакина ғәрәсәт ваҡытында ейәндәре менән  бергә өй эсендә була. Имен ҡалыуҙарын улар һаман да мөғжизәгә тиңләй. «Бәхеткә, газды һүндереп өлгөрҙөк»,-ти ололар. Әле улар ваҡытлыса балаларында йәшәргә мәжбүр. Шулай ҙа хужалығын ҡалдырырға ашыҡмайҙар. Көндөҙ килеп биләмәне тәртипкә килтереү - ғәҙәттәренә ингән.
Хәйер, ғаилә ҡыйыҡһыҙ ҡалмаясаҡ. Тиҙҙән улар яңы өй туйлар тип көтөлә. Республика бюджеты ярҙамында бында ағас йорт төҙөү планлаштырылған. Бинаны емереп, нигеҙен генә ҡалдырыу - күләмле төҙөлөш эштәренең башы ғына.  Көйәҙебаш ауылында иһә дауылдан барлығы 66 хужалыҡ зыян күрә, алты йорт бөтөнләй ҡыйыҡһыҙ тороп ҡала.
Емерек хәлдә ҡалған өй хужаларын техника, эш ҡулдары менән тәьмин итеүҙә проблемалар булмай. Ауыл халҡы үҙҙәре үк берҙәм булып сыға, күршеләренең бәләһенә битараф ҡалмайҙар. Йорт-ҡаралтыларҙы тергеҙергә ярҙам итәләр. Мәктәп биләмәһен, урамдарҙы тәртипкә килтереү буйынса өмөләр ҙә әүҙем үтә. Ауып ятҡан ағастарҙы ла хәҙер күрмәҫһең. Уларҙы бысыу, ташыу эштәре тамамланған.
Көйәҙебаш ауылында бөгөн сүкеш тауышы ишетелмәй тиһәң дә була. Ҡыйыҡһыҙ ҡалған йорттарҙың күбеһе төҙөкләндерелгән. Был аҙнала яуым-төшөмдөң булмауы - ремонт эштәрен өс-дүрт көндә тамамларға мөмкинлек бирҙе,-ти дауылдан зыян күреүселәр.
Алты өйҙөң дүртәүһе профнастил менән ябылған .  Батыр ауыл хакимиәте башлығы Флүр Дәминов әйтеүенсә, урындағы халыҡ ситтән ярҙам көтөргә күнекмәгән. Махсус техника эшләгәндә, өйҙәрҙе төҙөкләндереү ҙә күпкә еңелгә төшә.
Федоровтар ғаиләһенең хужалығын да дауыл урап үтмәй. Төҙөлөш бригадаһының ярҙамға килеүен улар ҡыуанып ҡабул итә. Бында ла башлыса өй ҡыйығы зыян күргән. Үҙ эшенең оҫтаһы, Рәсим Йосопов билдәләүенсә, 200 квадрат метр майҙанда төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуға барлыҡ шарттар булдырылған.
Дауылдан зыян күреүселәрҙең күбеһе мөлкәтен страховкаламаған булыуы билдәле. Ауған ағастар аҫтында ҡалған автомобиль хужалары ла тимер аттараның киләсәге хаҡында ҡайғыртмаған була. Күптәр өсөн Көйәҙебашта уйнаған ғәрәсәт һабаҡ булыр, моғайын.  Әлбиттә, иртәгәнең имен килеренә ышанып йәшәү - яҡшы, әммә һуңынан үкененергә тура килмәһен.




Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика