Ауылды үҫтереү мөмкинлектәре

Ауылды үҫтереү мөмкинлектәре 05.08.2014

Ҡариҙел районында бөгөн Магинск ауылын төҙөкләндереү буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Төбәктең рәсми делегацияһы урындағы мәғариф учреждениеһында,  амбулаторияны ҡарап сыҡты, эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.

Ҡорт ҡарауҙан йән тыныслығы алған Ришат Сәйетғәлиев умартасылыҡ менән бала саҡтан шөғөлләнә. «Атанан күргән уҡ юнған» тигәндәй, был шөғөл  уға атаһынан күскән. Әлеге көндә йүнселдең хужалығында 100-гә яҡын умарта. Тәжрибәле ҡорт ҡараусы умарта эргәһенә хәҙер бер ниндәй махсус кейемһеҙ ҙә бара ала.
Райондың рәсми делегацияһы Магинск ауылы балалар баҡсаһында, мәктәп учреждениеһында  булды. 1986-сы йылғы белем усағының бөгөнгө хәле менән яҡындан танышты. Мәктәп 2003-се йылда тулыһынса төҙөкләндерелгән, барлығы 129 уҡыусы белем ала. 1-се сентябрҙә балалар һаны тағы 11-гә артасаҡ. Магинсктар урындағы урта мәктәпте тамамлаған ауылдаштары менән хаҡлы ғорурлана. Улар араһында билдәле летчик-осоусы, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре бар.
Ағас эшкәртеү Ҡариҙел районы иҡтисадының  иң уңышлы тармағы һанала. Магинсктағы ойошма ла тәү сиратта ауылды төҙөкләндереүгә өлөш индерһә, икенсенән урында етештерелгән продукция республикала уңышлы файҙаланыла. Килем алға киткәс техник ҡоролмалар яңыртыла, урындағы халыҡ яңы эш урындары менән тәьмин ителә.
Ә инде, райондың иҡтисад тармағы буйынса икенсе урынды ауыл хужалығы тармағы биләй. Эре һәм ваҡ малдарҙан тыш, урындағы халыҡ сусҡа аҫрай. Айырым бер ферма тотоусылар ҙа бар. Әлбиттә, биләмәлә халыҡтың матур йәшәүе иң элек уларҙың тырышлығына бәйле.
Магинск ауылында торлаҡ мәсьәләһе лә уңышлы хәл ителә. Тиҙҙән 19 ғаилә Ҡариҙел буйында өй туйлаясаҡ. Төбәктә һыу торбалары үткәреүҙе лә урындағы эшҡыуарҙар үҙ иңенә алған. Шулай ҙа, Магинск ауылында проблемалар ҙа юҡ түгел. Ҡариҙел умартасылары өсөн мәҫәлән, урмандағы йөҙйәшәр йүкәләрҙе ҡырҡыу  умарталар һанын кәметеүгә килтерә. Был бер. Икенсенән, ауылдағы амбулатория әлегәсә уҙған быуат медицина ҡоролмалары менән файҙалана. Мәҫәлән, был үлсәүҙе лә хәҙер тик музейҙа ғына күрергә мөмкин, ти медпункт хеҙмәткәре. Әммә, мәсьәлә әлегә асыҡ ҡала. Етәкселек быны күҙ уңында тотор, тигән ышаныста ҡала ауылда йәшәүселәр.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку