Ауылдың киләсәге - ныҡышмал йәштәр ҡулында! 06.11.2015

Быйыл Ишембай районында муниципаль һайлауҙарҙан һуң, ауыл биләмәләренә 21 йәш депутат һайлана. Уларҙың өсәүһе етәксе вазифаһын башҡара. 26 йәшлек Илнур Мөхйәнов та Өфөнән тыуған яғы - Маҡарға күсенеп, урындағы халыҡтың ышанысын яулауға ирешә. Хәҙер ул алты ауыл халҡын борсоған киҫкен мәьәләләрҙе хәл итеү менән мәшғүл.

Маҡар ауылының кескәйҙәре «бал ҡорто»ндай тырыш булырға өйрәнә. Бейеү, физик күнекмәләр аша сәләмәтлеккә ынтыла. Малай-ҡыҙҙарҙың ҡыуанысының сиге юҡ! Быйыл йәй «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә бина алдында заманса уйын майҙансығы сафҡа инә. Бының өсөн 350 мең һум аҡса бүленә. Әйткәндәй, урында мәктәп менән балалар баҡсаһы ҡушылған, һуңғыһында 38 бала иҫәпләнә. «Ауылды йәшәртеү,яңыртыу өсөн эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, бәләкәй эшҡыуарылыҡты үҫтереү мөһим»,- тигән ҡарашта Маҡар ауылы хакимиәте башлығы Илнур Мөхйәнов.
Маҡар ауылында, тәү сиратта, дәүләт эшмәкәре Әҡсән Мөхәмәтҡолов исемен йөрөткән музейҙы тергеҙергә кәрәк тип иҫәпләй йәш етәксе. Былтыр янғындан һуң бинаның нигеҙе генә тороп ҡала. Хәйер, заманында БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе булып эшләгән шәхес хаҡында архив документтар, фотолар, башҡа экспонаттар, боронғо әйберҙәр һаҡлап алып ҡалына. Улар өсөн Мәҙәниәт йортонда айырым бүлмә бүленгән.
Ҡайһы бер урамдарҙа газ, һыу үткәрелмәгән, был мәсьәләләр хәл итерлек, тип иҫәпләй ауыл хакимиәте башлығы. Әлегә юлһыҙлыҡ менән етди көрәш алып барыла. Соҡорҙарға ҡырсынташ һалына.
Бына ул - юлһыҙлыҡ мәсьәләһен хәл итеү үҙәге. Карьерҙа эш көн әйләнәһенә тынмай. «Маҡар ауылы биләмәһенә алты ауыл ҡарай, шуға көнөнә  утыҙар йөк машина ҡырсынташ ташырға тура килә»,- ти эшселәр.  Техниканы яңыртыу ниәте менән йәшәй улар.
Был ауыл биләмәһендә 1500 кеше иҫәпләнә. Барыһы ла тиерлек йәш етәксегә ҙур өмөттәр бағлаған. Әйткәндәй, һуңғы арала бында спортҡа иғтибар артҡан, мәҙәни саралар ҙа йыш үткәрелә.
«Маҡар ауылының киләсәге өмөтлө!», - ти халыҡ. Был урын бигерәк тә экотуризмды үҫтереү өсөн ҡулай. Идеяны тормошҡа ашырырға ғына кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика