Ауыл йортонда ҡаласа йәшәп буламы?

Ауыл йортонда ҡаласа йәшәп буламы? 02.09.2015

Салауат ҡалаһынан эргәләге Үрге Юлдаш ауылына яңы ғаилә күсеп килә.Әммә улар ауылда күптән йәшәгән күршеһе менән уртаҡ тел таба алмай.Судҡа алып барып еткергән был низағҡа мал-тыуар, ҡош-ҡорт һәм ике арала торған мал һарайы сәбәпсе булды.

Урбанизацияның ауыл тормошон ҡыҫырыҡлауымы әллә ике күрше араһындағы ябай низағмы? Салауат ҡалаһынан Үрге Юлдаш ауылына күсеп килгән был ғаилә күршеләренә ошо һарайҙы алып ташларға һәм бөтөнләй мал тотмаҫҡа ҡуша.
Роза Ишһаринаның күршеләре менән көндәлек осрашыу шулайыраҡ башлана. Ер һатып алып йорт төҙөгән күршеләре Юрий Измайлов һәм Наталья Артамонова тәүҙә уның менән дуҫ була.Аралар һыуыныуға тик ошо һарай ғына сәбәпсе була.
Оҙайлы йылдар һауынсы булып эшләгән Роза Ишһарина Салауат Юлаев ордены кавалеры.Ҡарап тороуға холҡо ла тыныс.Икенсе яҡтағы күршеләре лә ауыл тормошо менән йәшәгәс бер ниндәй ҙә бәхәс юҡ.
Эште ауыл хакимиәте, ветеринарҙар,санэпидемстанция, ер үлсәүселәр килеп тикшерә әммә низағты тик суд ҡарары ғына туҡтата аласағы асыҡлана.
Мәсьәлә ике кеше араһындағы низағтан ситкә сығып бара. Ауыл халҡы ла был бәхәсте ситтән генә күҙәтмәй хәҙер.
Закон ҡушыуы буйынса ике яҡты ла тыңларға тейешлегебеҙҙе иҫтә тотоп, Измайлов менән Артамоноваларға йүнәләбеҙ.
Шылтыратып иҫкәртһәк тә, Юрий Измайлов осрашырға теләмәне.Икенсе көнгә шылтыратабыҙ.
Кисәге тауышты ишеткәс тә ул телефонын һүндереп ҡуйҙы.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку