Ауыл яҙмышы йәштәр ҡулында

Ауыл яҙмышы йәштәр ҡулында 09.09.2015

Иглинда беренсе республика йәштәр ауыл  форумы уҙҙы. Унда «Йәш гвардия» ағзалары урындағылар  менән бергә  төбәкте төҙөкләндереү буйынса проекттар ҡараны. Биш тәҡдим өҫтөнлөклө тип табылды. Уларҙы  тормошҡа ашырыуға гранттар бүленәсәк.    

Иглинда пляж юҡ. Йәй көнө халыҡ алыҫҡа йөрөргә мәжбүр. Ә ҡасаба эргәһендә күл бар. Йәштәр  биш йылдан унда ял итеү өсөн  бөтә уңайлыҡтары булған урын яһарға тәҡдим итә. Райондың яҙмышына битараф булмаған йәштәр  беренсе тапҡыр йыйылып   үҙҙәренең төбәген биш йылдан ниндәй итеп күрергә теләгәне хаҡында һөйләште. «Йәш гвардия»  ағзалары ойошторған «Иглин-2020» форумында  ҡарай торған мәсьәләләр  тәүҙә интернетта  тәҡдим  ителгән. Егерменән ашыу теманан етеһе һайлап алынған. Ҡасаба эргәһендәге сүплек майҙанын күсереү, берәҙәк эттәр проблемаһы, йәштәрҙең киске ваҡытын файҙалы итеп үткәреүҙе ойоштороу. Урамдарҙы, юлдарҙы төҙөкләндереү.  Воркаут йүнәлешен үҫтереү буйынса ла проект ҡаралды. Уны тәҡдим итеүселәр Иглинда спорт менән шөғөлләнеү урындары булдырырға кәрәк тине.Йәштәр проблемаларҙы күтәреп кенә ҡалманы,  уларҙы сисеү юлдарын да барланы.
Форумда ҡаралған  биш проект грант отто. Тимәк, Иглинда киләсәктә  йәмәғәт транспорты туҡталыштары    Бәләкәс йылғаһын сүп-сарҙан таҙартыласаҡ һәм   Воркаут майҙансығы булдырыла.  Ҡасабала Арт- объекттар  барлыҡҡа киләсәк  һәм  биналарҙы матур һүрәттәр биҙәйәсәк.  
Ғабдулла Хәмитов, бизнес-тренер: «Йәштәр фекер алышыуҙы ойоштороп ҡына ҡалмаған, унда етәкселәрҙе лә саҡырған.  Тәҡдим иткән  проекттарҙың ҡайһы берҙәрен беҙ  яҡын киләсәктә үк  тормошҡа ашырыла башлар тип уйлайбыҙ. Еңеүселәргә ун меңдән алып 250 меңгә тиклем гранттар тапшырыла».
Иглиндағы ауыл йәштәре форумы проекты июндә үткән Бөтә Рәсәй  мәғариф форумында  яҡланған һәм уға федераль кимәлдә ярҙам күрһәтелгән.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика