Ауыл тәртиптә - ил ниғмәттә. 2016 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы ошо девиз аҫтында үтәсәк 23.09.2015

Ошо уңайҙан бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы ойошторолдо.

Ултырышта биләдләнеүенсә, мөһим ваҡиғаға тиклем бер йыл тирәһе ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, әҙерлек тулы кимәлдә бара.  Росстаттың  2016 йылға Комиссияһы һәм уның ҡарамағында эшсе төркөмдәр булдырылған, шулай уҡ  башҡа ойоштороу саралары бойомға ашырыла. Уҙған иҫәп алыуҙарҙан айырмалы, сираттағыһы  мәғлүмәттәрҙе анығыраҡ һәм оператив йыйырға мөмкинлек биреүсе планшет компьютерҙарҙа алып барыласаҡ. Бынан тыш,  GPS-ҡабул иткестәр ҙә ҡулланыласаҡ.  Ҡыҫҡаһы, белгестәр 2016 йылғы иҫәп алыуҙы  сифатлы итеп уҙғарыу өсөн барыһын да эшләй.  Әлегә планшет компьютерҙары ярҙамында мәғлүмәт йыйыу технологияһы Башҡортостандан тыш  Иркутск һәм Ростов өлкәләрендә  уңышлы һынау үткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика