Ауыл хакимиәттәренә квартал һайын бирелгән аҡса күләме арта һәм урындағы үҙидара техникалы буласаҡ

05.09.2014

Был турала бөгөн республика етәксеһе муниципаль берәмектәрҙең 5-се съезында белдерҙе. Сара Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте. Съезда ауыл, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары  ҡатнашты. Башҡортостанда барлығы 800-ҙән ашыу ауыл хакимиәте бар.  

Был 29-сы август Яңауылда төшөрөлгән видеояҙма.  Йәйҙең һуңғы көндәрендә көслө ҡойон өс районда  донъяның аҫтын өҫкә килтерҙе. Краснокаманың Ҡарый ауылында ғына 100-гә яҡын йорт зыян күрҙе.  Тәбиғәт ғәрәсәтенән халыҡ  шаңҡып ҡала. Уларҙы  тынысландырыу һәм тәүге ярҙам күрһәтеү бурысы урындағы хакимиәттәр иңенә ята.
Баҡытъямал Вәсиуллина, Шүдек ауылы хакимиәте башлығы: «Халыҡ аптырап ҡалған ине,  быны  аңларға мөмкин, улар һанаулы ғына минуттар эсендә  йорт-ҡураһыҙ тороп ҡалды.  Беҙ шунда уҡ ҡотҡарыусыларға, тиҙ ярҙам хеҙмәттәренә хәбәр итә башланыҡ. Ярҙам ваҡытында килде. Фажиғә көнөндә үк республика етәксеһе лә килеп етте, әле төҙөкләндереү эштәре бара».
Халыҡтың  ауыр мәлдә тап урындағы власҡа мөрәжәғәт итеүе аңлашыла. Ауыл кешеһе борондан утын бөтһә лә, ут өҙөлһә лә силсәүиткә барып өйрәнгән. Илдәге сәйәси боролоштар мәлендә муниципаль системаның аҡһаған сағы булды, әммә бөгөн урындағы үҙидара  яңынан нығынып килә.  4 йыл элек ауыл хакимиәттәренең вәкәлләтәрен үтәрлек матди базаһы  юҡ ине.  Республика етәксеһе ҡарарына ярашлы,  йыл һайын 400 мең аҡса бүленә башланы, быйылдан 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән биләмәләр иһә 600 мең һум ала. Киләсәктә тағы ыңғай үҙгәрештәр көтөлә.
Иң мөһиме халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәк, шул ваҡытта ғына  кеше тыуған төйәген ташлап китмәсәк тине Рөстәм Хәмитов. Бының  өсөн юл, газ, ут, социаль объекттар булыуы мөһим. Әммә  биргәнде генә көтөп ултырға ла ярамай, табыш сығанаҡтары эҙләргә кәрәк.  Республикала 300 мең гектарға яҡын ер хужаһыҙ ята,   тип билдәләнде ултыршта. Төрлө конкурстар, ярыштар ҙа аҡса тупларға ярҙам итә. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Байым ауыл хакимиәте  матди хәлен төрлө конкурстарҙа ҡатнашып нығыта. Был биләмгә ҡараған 10 ауылдың береһе йыл һайын   «Айыҡ ауыл» республика конкурсына сыға.
Әле  көньяҡ районда  халыҡ башланғыстарын хуплау проектында  үҙ көсөн һынай. Ауыл хакимиәттәре тәҡдим иткән 100 проекттың  70-кә яҡын хуплау тапҡан.  Уларға  республика ҡаҙнаһынан 60 миллион  һум аҡса бүленә,  тағы 40 миллион һум  район бюджеты, инвесторҙар һәм халыҡ ярҙамында йыйыла. Был аҡсаға  ошо төбәктәрҙәге юл һалыу, күпер төҙөү кеҙек социаль мәсьәләләр хәл ителәсәк.  
Кешегә  матди байлыҡ ҡына түгел, рухи аҙыҡ та кәрәк. Муниципаль берәмектәргә урында үҙешмәкәр коллективтар эшен йәнләндерергә, ауылдаштар, шәжәр байрамдарын ойошторорға, республика кимәлендәге төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашырға  ҡушылды. Рухи тамырҙарҙы, телде, тарихты һаҡларға кәрәк тине Республика етәксеһе.
Съезд быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Форумда күтәрелгән проблемаларҙың һүҙҙә генә ҡалмауы иғтибарға лайыҡ.  Мәҫәлән,  тәүге йылдарҙа муниципаль берәмектәр контроль-күҙәтеү органдарының баҫымына зарланһа, әле был проблема хәл ителеп хеҙмәттәшлек урынлаштырлған. Республика бюджетынан  аҡса бүлеү, ҡайһы бер һалымдарҙы урында ҡалдырыу матди базаны нығытырға булышлыҡ иткән.   Әлегәсә ауыл хакимиәттәренә йөкмәтелеп килгән 40-яҡын вәкәләттең күбеһе райондарға күсерелгән, йәғни ауылдарға юл, газ, ут үткәреү өсөн хәҙер улар яуаплы.
Шулай уҡ ҡайһы бер һалымдар ҙа хәҙер урындағы ҡаҙнала ҡала.  Ошо үҙгәреш быйыл ғына  муниципаль берәмектәрҙең бюджетын 640 миллион һумға тулыландырырға ярҙам иткән.  
Оло йылғалар кескәй инештәрҙән башланған һымаҡ республиканың ҙур ҡаҙаныштары ла ауыл-ҡалаларҙағы бәләкәй генә уңыштарҙан туплана.  Бер нисә йыл элек кенә урындағы үҙидара аяҡҡа баҫыу осоро кисерһә бөгөн муниципаль  система  иҡтисадта һәм социаль сәйәсәт тә үҙ ролен үтәргә тотондо тип әйтергә мөмкин. Урындағы власть ниһайәт, дәүләт структураһы ғына булыуҙан туҡтап, халыҡ үҙидараһы институтына әйләнә бара һәм  кешеләрҙең проблемаһын үҙаллы хәл итә башланы.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика