Ауылға иман ҡайтты 10.07.2017

Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылында мәсет асылды. Иман йортон төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙән ауылдағы бер кеше лә ситтә ҡалмай. Берәүҙәр аҡсалата ярҙам итһә, икенселәр өмәгә сыға. Манараны ла ауыл оҫталары үҙ ҡулдары менән күтәрә.

Стәрлебаш районы борондан үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла ла ғилемгә тәүге аҙымдарын тап ошо төбәктә яһай. Үкенескә ҡаршы, совет осоронда Башҡортостанда мәсеттәр бөтөрөлә. Бөгөн иһә республикала иман йорттары тергеҙелә, яңылары төҙөлә. Бөгөн йәмле Ашҡаҙар буйында урынлашҡан Түбәнге Аллағыуатта асылғаны районда иҫәп буйынса егерме икенсеһе.
Йолаға ярашлы, мәсетте асыу тантанаһында, төҙөлөштә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтелә. Ундайҙар ярты ауыл булып сыҡты. Кем нигеҙен төҙөргә ярҙам иткән, кем бура күтәреүҙә ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, изге эштән бер кем дә ситтә ҡалмаған.
Мәсет асылыуға ауыл халҡы ҡыуанып бөтә алмай. Йома намаҙҙары, дини байрамдар, никахлашыу хәҙер Алла йортонда үткәреләсәк. Бөгөнгә тиклем Аллағыуат имам-хатибы Марат Бахтийәров шәкерттәрҙе лә үҙ өйөндә уҡытҡан. Мәсеттәр киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә лә ҙур роль уйнай, ти ул.
Тантананың рәсми өлөшөнән һуң мәсет үҙенең тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итте.  Иман йортонда олоһо ла, кесеһе лә намаҙ уҡыны.
Аллағыуаттар ҙа совет осорондағы атеизм идеяһы йоғонтоһонда үткән быуат башында мәсетһеҙ ҡала. Бөгөнгө көндә иһә ауылдар ата-бабаларыбыҙҙың изге башланғысына ҡайтыуҙы хуп күрә. Башҡортостанда береһенән-береһе күркәмерәк иман йорттары асыла. Аллағыуат ауылы халҡы аҙан тауыштары башҡа тынмаһын ине тигән теләк менән таралышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика