Һауаны төнөн хулигандар ғына боҙа. Башҡаса атмосфераға зарарлы матдәләр ырғытыусылар юҡ.

Һауаны төнөн хулигандар ғына боҙа. Башҡаса атмосфераға зарарлы матдәләр ырғытыусылар юҡ. 14.02.2017

Экологик хәл республикала тотороҡло ҡала, тине Рөстәм Хәмитов тармаҡ министрлығының коллегия ултырышында. Төбәк башлығы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа һауа күпкә таҙарҙы. Атмосфераны күҙәтеүсе автоматлаштырылған ҡоролмалар артыуы, предприятиеларҙа ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙе әүҙемләштереү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Ваҡ "хулигандар" бар, әммә улар ваҡытында асыҡланып үҙ язаһын алып тора, тине Рөстәм Хәмитов. Үткән йыл йомғаҡтарына арналған ултырыштан киләһе репортаж.

Үткән йылдың 15 майы. Өфө районының Сергеевка ауылында газ конденсаты түгелеү сәбәпле, 300-гә яҡын кеше эвакуацияланды. Асыҡланыуынса, енәйәтселәр ауыл эргәһенән үтеүсе газ магистраленә тоташып, сеймал урларға булған. Һөҙөмтәлә тирә-йүнгә һәм яҡында  йәшәүсе халыҡтың  сәләмәтлегенә ҙур зыян килтерелде.

Лаборатор тикшереү  Сергеевканың һауаһында көкөрт водороды концентрацияһы рөхсәт ителгән күрһәткестән 150-170 тапҡырға артыуын күрһәткән. Был иһә һуңғы йылдарҙа теркәлгән берҙән-бер  һауаны бысратырлыҡ ғәҙәттән тыш хәл. Башҡаса борсолорлоҡ сәбәп юҡ, ти белгестәр.

Һөҙөмтә - республикала экология мәсьәләһе тотороҡло ҡала. Һуңғы биш йылда ғына һауаға сығарып ташланған бысраҡ матдәләр күләмен  3 йөҙ мең тоннаға кәметеүгә өлгәшелгән.

Шулай ҙа тынысланырға ярамай. Һауаға ырғытылған бысраҡ матдәләр күләмен кәметеү экология йылында башҡарыласаҡ эштәрҙең иң мөһиме. Бынан тыш, көнкүреш ҡалдыҡтарын тәрән эшкәртеү, яңы полигондар төҙөү, тирә-йүнде тәртипкә килтереү кеүек эштәр ҡаралған. Төп иғтибар айырыуса һаҡланған биләмәләргә, ҡурсаулыҡтарҙы, рекреацион зоналарҙы рәткә килтереп, шул рәүешле  туризмды ла үҫтереүгә биреләсәк. Йәмғеһе 118 йүнәлештә төрлө саралар башҡарыласаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика