Һауаны бысратҡаны өсөн Сибайҙағы яуаплылығы сикләнгән «СибайДорСтрой» йәмғиәтенең  асфальт-бетон заводы эше туҡтатылған 15.09.2014

Предприятиеның һауаға  углерод оксиды менән көкөрт диоксидын саманан күп ташлауы билдәләнгән.

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының административ тикшереү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, заводтың зарарлы матдәләр сығарыу нормативтары юҡ. Сибай ҡала суды заводтың хужаһын тәбиғәтте бысратыуҙа ғәйепләй. Әлегә ойошманың эше 70 тәүлеккә туҡтатылған.
Нина Никандрова, Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәткәре: «Заводтың һауаға көкөрт диоксидын мөмкин булған дәүмәлдән 1,15 , ә углерод оксидын 1,2 тапҡырға артыҡ ташлауы асыҡланды».



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика