Һауала самолеттар, вертолеттар, парашюттан һикереүселәр, ерҙән ҡаргиҙәрҙәр, джиптар елдерә, атыш тауыштары

Һауала самолеттар, вертолеттар, парашюттан һикереүселәр, ерҙән ҡаргиҙәрҙәр, джиптар елдерә, атыш  тауыштары 23.02.2016

Патриоттар Ватанды һаҡлаусылар көнөн  ысын ирҙәрсә, күләмле итеп уҙғарҙы. Йыл да ойошторолоп килгән хәрби-патриотик һәм транспорт саралары февстивале «Забельский» аэродромында үтте. Бар ғаилә байрамында әйләнгән  сара ДОСААФ ойошторолоуҙың 89 йыллығына арналды. Фестивалде яҡтыртыуҙа  Башҡортостан юлдаш телвидениеһы ла ҙур өлөш индерҙе.

Көслө ел ваҡытында ҡатмарлы фигуралар эшләү тәжрибәле пилоттарға ғына бирелә. Ләкин ДОСААФ егеттәре һауа шарттарын үҙҙәре буйһондора. Ел атланған самолеттар фестивалде асып ебәрҙе. Ә унан инде бер-бер артлы ергә парашютсылар һибелде. Уларға иһә тәғәйен урынға етеүе  ауырға тура килде. Хатта, ҡайһы бер спортсылар ҡасаба уртаһына төшөргә мәжбүр булды.
Башҡортостанда Армия, авиация, флотҡа ярҙам итеү ирекле ойошмаһы  башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда,  яҡшы һаҡланған һәм традицияларға тоғро ҡала. Бында ысын мәғәнәһендә патриоттар тәрбиәләнә. Хатта, техниканың да улар үҙебеҙҙә етештерелгәндәренә өҫтөнлөк бирә.
Владимир Тихонов,  ҡаргиҙәр уҙышында ҡатнашыусы:  «Рысь» ҡаргиҙәрҙәре Өфөлә йыйыла  ине. Хәҙер улар етештерелеүҙән туҡтатылды. Ләкин беҙ уны һаҡларға тырышабыҙ. Үҙебеҙ запас деталдәр эшләп төҙөк килеш тотабыҙ. Беҙҙең техника ни тиһәң дә сыҙамлыраҡ».
Ҡаргиҙәрҙәрҙең сыҙамлығы һәм уға идара итеүселәрҙең йылғырлығы ярыштарҙа ла һыналды. Был спорт төрөндә Ватанды һаҡлауҙа  үҙ бурысын үтәгәндәр ҙә, әле саҡ әҙерләнеүселәр ҙә ҡатнашты.
Фестивалдең бар матурлығы - ялан тулы төрлө техника. Хәрби машиналар, ҡеүәтле йөк транспорты, батҡаҡ кисеүсе джиптар, уҙыш автомобилдәре. Бала күңеле һаҡланған өлкән ирҙәр өсөн иң мауыҡтырғыс уйынсыҡтар. Байрамда ҡатнашыусыларға дары еҫен еҫкәп ҡарау мөмкинлеге лә тейҙе.
Республиканың хәрби-патриотик клубтары Бөйөк Ватан һуғышының бер мәлен сәхнәләштереп күрһәтте. Тарихи реконструкциялар Башҡортостанда йылдан-йыл ҙурыраҡ иғтибар йәлеп итә. Унда ҡатнашыусылар һаны ла арта. «Немецтар» мәҫәлән, Туймазынан килгән.
«Патриоттар» фестивале иһә эңер төшкәнсә дауам итте. Өлкәндәр тамашанан яҡшы кәйеф алһа., балалар атылған патрондарҙың гильзаларын йыйып ҡыуанды. Ул да бит илһөйәрлек тойғоһоноң бәләкәй генә бер сағылышы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку