Һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуы, миҙгел алмашыныуы авариялар һанын бермә-бер арттыра

Һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуы, миҙгел алмашыныуы авариялар һанын бермә-бер арттыра 17.03.2015

Былтыр республика юлдарында ошо сәбәптән 96 кешенең ғүмере өҙөлә. Боҙлауыҡ ваҡытында тиҙлек режимын һаҡламау, автомобилдә йәйге шиналарҙа  йөрөү, иғтибарһыҙлыҡ - быларҙың барыһы ла аяныслы осраҡтарға килтерә. Ошо юҫыҡта  «Хәүефһеҙлек фаразы» Бөтә Рәсәй социаль кампанияһы үҙ эшен башланы. Акция бер юлы илдең 11 төбәгендә үтә, исемлектә - Башҡортостан да бар.

Бөгөн «Хәүефһеҙлек фаразы» социаль проекты Башҡорт дәүләт университетында үтте. Онлайн-трансляция ярҙамында уҡыу йорто студенттары Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, төрлө ведомство вәкилдәренең сығышын тыңлай алды. Акцияла ҡатнашыусыларға юл хәрәкәтенең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында махсус фильм  күрһәтелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика