Һауа торошона ҡарамай, лагерҙарҙа тормош ҡайнай 17.07.2015

Быйыл республикала ҡала ситендә 90 лагерь эшләй. Уларҙа 11 меңдән ашыу бала ял көндәрен үткәргән.  Йәйге осорҙа аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә һәм эске эштәр органдарында иҫәптә торған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе һауыҡтырыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Уларҙың күбеһе Ишембай районында урынлашҡан «Орленок» лагерында ял итә.

Лагерҙа 21 көн эсендә балалар бик күп әйтемдәр ятлап алған. Һәр иртән уҙған күнекмәләр ҙә ошо һүҙҙәрҙән башлана. Тәрбиәселәр әйтеүенсә, әйтемдәр балаларҙы берләштерергә ярҙам итә. Июлдең тәүге көндәрендә башланған ял был смена өсөн тамамланып килә. Балалар һуңғы линейкаға әҙерләнә.
Балаларҙың ялы бында күңелле үтә. Бер-береһе менән хушлашырға ла теләмәйҙәр. Лагерҙа улар бергәләшеп дуҫлыҡ флешмобы ла ойошторған.
Ял йортонда тәрбиәләнеүсе 300-гә яҡын уҡыусы был бейеүҙе үҙҙәренең яҡындарына бағышлай. Тамашаны ата-әсәләр бик йылы ҡабул итте, ти лагерь хеҙмәткәрҙәре. Бынан тыш, һәр көн һайын балалар өсөн төрлө конкурстар ҙа ойошторола. «Мисс һәм Мистер орленок» һайлана, танылған шоу «Дан минуты», кистәрен усаҡ алдында төрлө саралар уҙғарыла.
Лагерҙа барлығы 10 отряд. Уларҙың һәр береһенең үҙенең девизы, йыры бар. Һәр заезға айырым тематика ла бирелә. Был юлы балалар «Алыҫ ярҙарға ҡарай» йөҙҙө.  
Лагерь «Балалар биләмәһе» тип аталған махсус проект буйынса эшләй. Уның төп маҡсаты - балаларҙы ҡала мәшәҡәттәренән арындырыу. Бының өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Лагерға килеүселәргә, асфальттан түгел, ә үлән өҫтөнән йөрөргә тәҡдим ителә.
Саф һауала балалар рәхәтләнеп ял итә. Тотороҡһоҙ һауа торошо ла уларға ҡамасауламаған. Һыу инеп булмаһа ла, лагерға килеүҙәренә бер кем дә үкенмәй. Ял тамамланғас та балалар бер-береһе менән аралашыуҙы дауам итергә уйлай. Телефон һандары менән алмаша, социаль селтәрҙәрҙә лә яңы дуҫтарын өҫтәй. Балаларҙың күбеһе киләһе йылға бында тағы ла килергә нитләй.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика