Һауа торошо Башҡортостанда эске туризмға ла йоғонто яһаны 18.07.2017

Туймазы районы "Ҡандракүл" милли тәбиғәт паркы биләмәһе былтырғы йыл менән сағыштырғанда халыҡты 8 тапҡырға аҙыраҡ ҡабул иткән. Июлдең һуңғы өс-дүрт көнөндә генә ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә. Республиканың башҡа ял үҙәктәрендә лә  халыҡ күренгеләй башлаған.

Туймазы районы Аркадий  Гайдар исемендәге йәйге һауыҡтырыу һәм белем биреү лагерының икенсе сменаһына эләгеүселәр һауа торошо менән отто тиһәң дә була. Балаларҙың һәр көнө күңелле үтә. Шуларҙың береһе Ҡандракүлдә һыу инеү. Ә тәүге сменала ял итеүселәргә  ул тәтемәгән дә. Ул ғына түгел, балалар һаны ла бөгөнгөһөнән күпкә аҙ булған.

Балалар ялы башлыса лагерь биләмәһендә үтә. Һәр көн иҫтәлекле һәм үҙенсәлекле булһын өсөн урында бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Мәҫәлән, былтыр эш башлаған мажаралар паркы хәҙер ял итеүселәрҙең яратҡан урынына әйләнгән.

Ял итеүселәр йәйҙе июлдең һуңғы өс-дүрт көнөндә генә күрҙе. Шуға ла селләнең һәр минуты ҡәҙерле. Кемдер ҡояшта ҡыҙына, берәүҙәр республиканың иң ҙур күлендә һыу инә.

Тотороҡһоҙ һауа торошона бәйле тәбиғәт паркы етәкселеге быйыл матди яҡтан зыян күргән. Былтыр Ҡандракүл 40 меңләп кешене ҡабул иткән. Быйылғы миҙгелдә ул һан 8 тапҡырға кәмерәк. Хатта 5 меңгә лә тулмай. Ә экологтар тәбиғәт өсөн файҙалы булыуын билдәләй.

Республиканың һоҡланғыс милли тәбиғәт паркында һирәк осраған ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр бар. Улар Башҡортостандың "Ҡыҙыл китабы"на индерелгән. Йәйге ял ял булмаһа ла , эшҡыуарҙар матди зыян кисерһә лә,  ә тәбиғәт бер аҙға булһа ла күмәк халыҡтан ял итте, ти экологтар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика